

Икенсенән, уҡытыусыларҙың, ғөмүмән белем биреү, уҡытыу өлкәһенә ҡағылышлы закондарҙы үҙгәртеүҙәрен көтәм. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, барлыҡ өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәр – хеҙмәт күрһәтмәһен, ә эшләһен ине.
Өсөнсөнән, налогтарға ҡағылышлы закондарҙы үҙгәртһендәр ине, был өлкәлә бик ҙур ғәҙелһеҙлектәр күп. Шул уҡ 10 мең алған кеше лә, 1 миллион алғандар ҙа шул уҡ процент һалым түләй. Был бөтөнләй ғәҙел түгел.
Тағы бер күңелде ҡырып торғаны, әлбиттә пенсия йәшен арттырыуҙары. Беҙҙең илдә, 70% ир-ат 65 йәшенә етмәй үлә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә был һан бик ҙур. Ошо законды яңынан ҡараһалар ине.
Шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәште ҡағыҙҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта хәл итһендәр, уға ҡаршы әүҙем эш алып барылһын ине.
Ауыл хужалығына күберәк ярҙам итһендәр ине, был өлкәлә эшләүселәргә бөтөнләй ярҙам юҡ. Бөгөнгө көндә фермерҙар, хужалыҡтар үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Уларға күберәк субсидия бүлергә, техника алырға ярҙам кәрәктер тип уйлайым.
Ауылдарға йәштәрҙе ҡайтара торған
закондар ҡабул итһәләр, уларға эш, йәшәү урыны булдырһалар ине. Сит яҡтарҙа тап беҙҙең Башҡортостан егеттәре эшләгәне күңелде ҡыра. Ир-ат ситтә йөрөй, ғаиләләр тарҡала. Шуларҙы булдырмаҫ өсөн берәй төрлө закон ҡабул итһендәр ине.
Һәм һүҙ аҙағында, 1 октябрь ололар көнө билдәләнә, шул байрамға йыл да ололарҙы ҡотлап, биш, бик булмаһа бер мең аҡсалата бүләкләүҙәрен һорар инем, быны үҙ башымдан уйлап сығарманым, ҡайһылыр өлкәлә бындай бүләкләү ҡаралғанын ишетеп әйтәм, беҙҙә лә булһын, йылына бер тапҡыр бирелһә лә, ололарға ихтирам, хөрмәт һымаҡ ҡабул ителер ине.
Һайлауға бәйле материалдар бөгөн гәзиттә баҫылды.