

Беҙҙә бик әүҙем, үҙ эштәрен намыҫлы башҡарған волонтерҙар етәрлек, улар көнө-төнө буш эшләй, эштәре өсөн хеҙмәт хаҡы алмай. Шуларҙы аҡсалата түгел, берәй төрлө ярҙам күрһәтеп, ҡанатландырып торһондар ине, миҫал өсөн, шул уҡ санаторийға путевка менән бүләкләһәләр була. Тағы яңы уҡып бөткән йәштәргә, тормош юлында юғалып, аптырап ҡалмаһындар өсөн, яңы ойошмалар асып, күберәк эш урындары булдырһындар ине һәм әлбиттә, эш хаҡын арттырыуҙарын көтәбеҙ.