Сәйәсәт
21 Сентября 2021, 04:36

Яңы составҡа - яңы өмөттәр

Лилиә БАЙҒУЗИНА, уҡытыусы, Күмертау ҡалаһы: - Яңы һайланғандарҙан яңы үҙгәрештәр көтәбеҙ. Әлбиттә, өр-яңы тауҙар атҡарып, яңы закондар уйлап сығарһындар тимәйбеҙ.

Яңы составҡа - яңы өмөттәрЯңы составҡа - яңы өмөттәр
Яңы составҡа - яңы өмөттәр

Булғандарына үҙгәрештәр индерһәләр ҙә бик яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, пенсияға сығыу йәшен кире урынына ҡайтарһындар ине. Тырышып эшләгән кешеләрҙең хеҙмәттәрен күрә белһендәр ине, аҙыҡ-түлек, бензин, комуналь хеҙмәттәргә хаҡ артҡанға күрә, эш хаҡын да арттырһалар ине тип өмөтләнәбеҙ. Бигерәк тә уҡытыусыларҙың хеҙмәте түбән баһалана, шуны юғарыраҡ баһалаһалар шәп булыр ине. Юлдар ҡот осҡос хәлдә, аҙна һайын Ялсыҡай ауылына ҡайтабыҙ, ул юл түгел машиналар өсөн ниндәйҙер һынау кеүек, шул юлға иғтибар итһендәр ине, бер эшләп ҡуйһалар оҙаҡ йылдар халыҡ риза булып, ҡыуанып йөрөр ине. Балалар табығыҙ тиҙәр, балалар өсөн ҡалала күберәк майҙансыҡтар эшләһендәр ине. Тағы пенсионерҙарға бушлай санаторийға юлламалар бирһендәр ине, улар бит республика, ил тарихына әҙ өлөш индермәгән, намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы яға сыҡҡандар. Республикабыҙҙа йәшәү минимумын күтәрерҙәр тип тә өмөт итәм.

Һайлау тураһында материалдар тулы килеш бөгөн гәзиттә сыҡты. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас