Все новости
Сәйәсәт
28 Февраля 2023, 11:53

Йыл йомғағы яһала

Былтырғы ваҡыт менән сағыштырғанда 326-ға кәмегәнбеҙ.

Йыл йомғағы яһала
Йыл йомғағы яһала

Сессия ултырышында Совет рәйесе Фәнит Моратбаҡыев үҙе булманы. Ултырышты уның урынбаҫары А. Самсоненко алып барҙы.
Йыл йомғағы менән район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов сығыш яһаны.
- Демография хәле районыбыҙҙа ҡыуанырлыҡ түгел, хатта хәүефләнергә урын бар. Былтырғы ваҡыт менән сағыштырғанда 326-ға кәмегәнбеҙ. Үлем дә тыуымдан күберәк беҙҙә... Махсус операцияла районыбыҙҙан 137 егетебеҙ ҡатнаша, шулай уҡ контракт буйынса һәм үҙ теләге менән китеүселәр ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа, юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел...
Матур эштәр ҙә байтаҡ башҡарылған: төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, байрамдар үткәрҙек, гранттар оттоҡ, ФАП-тарға, мәктәптәргә ремонттар яһалды, ауыл хужалығы эше уңышлы башҡарыла, малдар һаны артыуы ҡыуандыра. Быйыл Яңы Таймаҫ һәм Аҡһары ауылдарына яңы ФАП-тар алып ҡайтылыуыла ҡыуаныс...
Был хаҡта тулыраҡ йома һанында сығасаҡ.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: