"Ғөмүмән, Таймаҫ ауылы – бик үҙенсәлекле, үтә лә милли холоҡло башҡорт ауылы. Унда һәр кем зирәк аҡыллы, үткер телле. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан арала ауыл кешеләренең һөйләшкәнен тыңлап, образлы фекерләүгә таң ҡала торғайным. Юҡҡа ғына атаҡлы башҡорт прозаигы Рәшит Солтангәрәев ошо ауылда тыумаған бит! Әҫәр геройҙарының холҡон оҫта биреүе – ауылдаштары ҡылыҡтарын, йәшәү рәүешен яҡшы белеүенән килә, тип әйтә алам. Уның менән тығыҙ аралашып, очерк жанры буйынса мәҡәләләр яҙырға ла насип булды әле миңә.
Мәктәптәге “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында ла ҡатнаштыҡ. Алып барыусы: “Һеҙҙе нисек итеп таныштырайыҡ, шағирә тип әйтһәк етәме?” – тип әйтеп тә өлгөрмәне, кемдер йыйылған халыҡ араһынан: “Таймаҫ ауылының заслуженный килене” тиң дә ҡуй ти! Бөтәһе лә көлә башланы. Былай тип таймаҫтар ғына әйтә ала. Бай тарихлы боронғо Таймаҫтың заслуженный килене булыу – ул ҙур мәртәбә! Тәүге тапҡыр 1996 йылда аяҡ баҫҡайным, бына инде утыҙ йылға ла күп ҡалмаған. Ул яҡтарҙа ялан ерҙәр күп, халыҡ мал үрсетеп тә, иген үҫтереп тә уңышлы йәшәй ала. Данлыҡлы “Таймаҫ” совхозы булған ауылдың киләсәге бар, бары тик ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонорға ғына кәрәк. Мәктәпте һаҡлау мөһим. Был яҡта йолаларҙы белгән, кемдең кемлеген тәү ҡараштан һынаған, милли асылын тәрән аңлаған халыҡ йәшәй, шул байлыҡты кескәйҙәргә еткерергә кәрәк.
Әле беҙҙе ҙур эштәр көтә, - ти "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Материал гәзиттә баҫылды.