Все новости
Сәйәсәт
31 Октября 2023, 14:53

Аҡһарыла – яңы ФАП

Хәҙер ел дә өрмәйәсәк, сысҡан да уйнамаясаҡ

Аҡһарыла – яңы ФАП
Аҡһарыла – яңы ФАП

Былтыр Аҡһары ауылында яңы ФАП буласаҡ тип ишеткәс тә, беҙ шунда юлландыҡ. Ул саҡта ауыл фельдшеры Нәилә Солтанова: “Аҫтан да өрә, эргәнән дә өрә, өҫтән дә өрә. Тәҙрәләрҙе тыштан шыптыр менән көпләп ҡуябыҙ. Түбә лә ишелә башланы, ҡыйыҡта сысҡандар баҫтырыш уйнай”, - тип борсолоуын белдергәйне. Ниһайәт, бөгөн уларҙа яңы ФАП асылды. Наилә апай ғына түгел, ә бар ауыл халҡы шатланды. Ҡотлайбыҙ! Башҡа бер ерҙән дә ел өрмәйәсәк, сысҡандар ҙа баҫтырыш уйнамаясаҡ.

Автор:
Читайте нас: