Все новости
Шәхси фекер
28 Апреля 2018, 12:01

ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

«Юшатыр»ҙың былтырғы, быйылғы һандарында Нурия Хәлилованың «әүлиәләр» тураһындағы мәҡәләләрен уҡып барыуым һәм аҙаҡ уның был материалдарҙы китап итеп сығарырға йыйыныуын ишетеү миндә тәрән борсолоу тыуҙырҙы. Фекеремде гәзит уҡыусылар менән дә бүлешмәй булдыра алмайым.

«Юшатыр»ҙың былтырғы, быйылғы һандарында Нурия Хәлилованың «әүлиәләр» тураһындағы мәҡәләләрен уҡып барыуым һәм аҙаҡ уның был материалдарҙы китап итеп сығарырға йыйыныуын ишетеү миндә тәрән борсолоу тыуҙырҙы. Фекеремде гәзит уҡыусылар менән дә бүлешмәй булдыра алмайым.

Нурия Хәлилова ваҡытында «Солтангәрәевтар ырыуы шәжәрәһе» китабын, башҡа ырыуҙарҙан булған Солтангәрәев фамилиялы кешеләрҙе лә ҡушып, дөйөмләштереп, бөрйәндәрҙең ырыуын ҙурайтып, киңәйтеп, күбәйтеп, һәммәһен дә бер нәҫел итеп килтереп сығарғайны. Әгәр Рәшит Солтангәрәев ағай иҫән булһа, бындай хилаф эшкә юл ҡуйылмаҫ ине, тип уйлайым. Хатта Күмертау ҡалаһында үткәрелгән «Шәжәрә байрамы»на Өфөнән килгән филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева: «Мин дә бит Солтангәрәева, ниңә мине лә керетмәнегеҙ ул китапҡа?» – тип бөтә халыҡ алдындағы үҙенең тәнҡит формаһындағы баһалау сығышында ризаһыҙлығын уйынлы-ысынлы итеп әйтеп һалды. Был бит «ырыу» тигән һүҙҙең төшөнсәһен авторҙың бөтөнләй аңламауы булып сыҡты.

Әгәр сығарыласаҡ әлеге йыйынтығы ла өҫтән-мөҫтән генә, гәзиткә бирелгән яҙмалары рәүешендә генә булһа, был бит тағы бер сейле-бешле китап донъя күрҙе тигән һүҙ. Кем әйтмешләй, «Ҡармағын бирҙем, балығын үҙең тот», – тигән һымағыраҡ килеп сыға түгелме? Ҡыҫҡаһы, Нурия туған, алыҫ үткәндәргә лә, хатта кисә генә булған хәлдәргә лә сәйәхәт яһау бик кәрәк, тип уйлайым. Беҙ бит ундай яҙмаларыбыҙ менән иртәгәһе көн өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Ни тиһәң дә, улар менән бер ҡасан да аралашмайынса, хатта ситтән дә күрмәйенсә нисек итеп уларҙы үҙҙәренә булғансы оҡшатып һәм килештереп һынландыра алырға мөмкин? Бер нисә мәртәбә, бер нисә кеше менән һөйләшеү һәм ҡайһы бер әҙер яҙмаларҙы биреү менән генәме? Бындай һөйләшеүҙәр һәм яҙмаларҙы үҙенсә, әммә күңел аша үткәреп, күберәк мәғлүмәттәр, факттар, тарихи документтар туплап, фәлсәфәүи тәрәнлектә күреп, аңлап, төшөнөп яҙа белергә кәрәк, тип уйлайым. Үлемһеҙ мираҫ ҡалдырған шәхестәрҙе һынландырыу, әлбиттә, еңел түгел. Шундай легендаға әйләнгән кешеләрҙең булыуҙарын өйрәнеү, белеү төплө, фәнни яҡтан ныҡлы булырға тейешле.
Читайте нас: