Тик беҙгә, башҡорттарға, ғына кәрәк. Туған тел – хәҙерге көндә беҙҙе борсой торған мәсьәлә.
Йыл һайын тиерлек бер нисә халыҡ туған телен юғалтыу арҡаһында Ер йөҙөнән юҡҡа сыға. Мәҫәлән, Рәсәйҙә селькуп телендә һөйләшеүсе ике генә әбей ҡалған, тиҙәр. Тимәк, алдағы йылдарҙа улар менән бергә был тел дә, халыҡ та үләсәк.
Милләтебеҙҙе һәм телебеҙҙе һаҡлар өсөн күп хеҙмәт талап ителә. Туған телдә өй эсендә һөйләшеп, аралашып йыраҡ китеп булмай. Телебеҙ йәшәһен өсөн, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим. Мәҫәлән, сәхнәләрҙә яңғыраған башҡорт йырҙары ла әҙәби телде үҫтерә. Китап уҡыуҙарҙы тергеҙеү мөһим. Йәштәр китап уҡымай, шул бер телефондарына йәбешеп алалар ҙа… Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа балаларҙы китап уҡырға өйрәтергә, йәлеп итергә бурыслы. Ябай шиғырҙарҙан башларға кәрәк. Дөрөҫ, өйҙә әҙәби китап ҡосаҡлап ҡына ултырыуҙан әллә ни файҙа юҡ, уҡыған әҫәрҙәр хаҡында башҡаларға һөйләү, әҙәби әҫәрҙәргә бәйле төрлө саралар үткәреү зарур. Мәҫәлән, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» китабы буйынса һөйләшеүгә районыбыҙ ауылдарына ниңә авторҙың үҙен саҡырмаҫҡа? Тере яҙыусыны күреү, уның менән әңгәмәләшеү шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау, үҫтереүҙең үтемле бер юлы бит ул.
Тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм: әсә телебеҙҙе һаҡлау тик үҙебеҙҙән генә тора, башҡаларға ышанырға түгел.