Все новости
Шәхси фекер
5 Июня 2018, 12:49

ЫШАНЫСЛЫМЫ?

Әйләнешкә банк карталарын индерҙеләр. Эш хаҡын, пенсия, пособиеларҙы ла шунда күсерәләр. Ышаныслымы улар?

Әйләнешкә банк карталарын индерҙеләр. Эш хаҡын, пенсия, пособиеларҙы ла шунда күсерәләр. Ышаныслымы улар?

Юҡ шул. Төрлө юлдар менән пин-кодыңды ҡулға төшөрөп йә системаны ватып, аҡсаңды урлауҙары ихтимал. Санкт-Петербургтың танылған футболсыһы Александр Кержаковтың шулай 330 млн. һумын сәлдергәндәр. Ярай, ул былай ҙа бай, был сумма – уның ике йыллыҡ хеҙмәт хаҡы. Ә осон осҡа саҡ ялғап йәшәүсе ябай халыҡ үҙенең иҫәбенә кемдеңдер ҡулын тыҡҡанын еңел кисерерме? Кеше иҫәбенә йәшәүселәр табылып тора. Өфөлә бер мырҙаның картаһын талап алмаҡсы булғандар. Бирмәгәс, туҡмап, уны бер соҡорға ырғытып киткәндәр. Шунан ул бер генә йыл йәшәп ҡалды.

Һаҡлыҡ банкы президенты Герман Греф Рәсәйҙә ҡулаҡсаны һиҙелерлек кәметергә тәҡдим итте. Һылтау бар, әлбиттә. Аҡса әйләнешендә ҡулаҡса өлөшөнөң ҙур булыуы ил иҡтисадының үҫешен тотҡарлай. Бынан тыш уны йөрөтөү күп сығымдар талап итә, ҡара баҙарҙы үҫтерә. Мин, мәҫәлән, тик банк картаһын ғына ҡулланыуға әҙер түгелмен. Беренсенән, барлы-юҡлы аҡсамды урлатыуҙан ҡурҡам, икенсенән, хеҙмәтләндереү өсөн банк комиссиялары юғары. Сит илдә ул 0,5 % ҡына тәшкил итһә, беҙҙә 3-4 тапҡырға күберәк. Әммә был яңылыҡты көсләп таҡманылар. Бөтә сауҙа нөктәләренән пластик карта аша хеҙмәтләндереүҙе талап итәсәктәр, кешеләр ҙә үҙ-ара ҙур суммаға ҡулаҡса менән иҫәпләшә алмаясаҡ. Шулай ҙа быға әлегә ҡаршылашырға сәбәп бар. Гражданлыҡ кодексының 140-сы һәм РФ Конституцияһының 74-се статьялары бындай мәжбүрилекте тыя. Тимәк, тәүҙә уларға төҙәтеү индермәйенсә нимәлер талап итеү законһыҙ. Беҙгә, ҡарттарға, пенсияны ҡулаҡса менән бирһәләр, иң яҡшыһы шул булыр ине. Сөнки ололарҙың күбеһе банк картаһы менән ҡуллана белмәй.
Читайте нас: