Все новости
Шәхси фекер
20 Июля 2018, 13:06

ХӘҘЕРГЕ ЗАМАНДЫҢ АТА ҠАРАҒЫ

Беҙ тормош ауырлығына, эш хаҡының түбән булыуына зарланабыҙ. Хөкүмәт башлығы: «Аҡса юҡ, ә һеҙ түҙегеҙ», – тип беҙҙе йыуата. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт тә, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ил ҡаҙнаһын урлаусыларға күҙ йома, был йәһәттән йомшаҡлыҡ күрһәтә. Хатта эш шуға барып етте: бының өсөн яуаплы, вазифалы етәкселәр үҙҙәре ата ҡараҡ булып сыҡты.

Беҙ тормош ауырлығына, эш хаҡының түбән булыуына зарланабыҙ. Хөкүмәт башлығы: «Аҡса юҡ, ә һеҙ түҙегеҙ», – тип беҙҙе йыуата. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт тә, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ил ҡаҙнаһын урлаусыларға күҙ йома, был йәһәттән йомшаҡлыҡ күрһәтә. Хатта эш шуға барып етте: бының өсөн яуаплы, вазифалы етәкселәр үҙҙәре ата ҡараҡ булып сыҡты.

2016 йылдың 9 сентябрендә Дәүләт иҡтисади хәүефһеҙлеге идаралығы һәм Эске Эштәр министрлығының коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса начальнигы булып эшләүсе Дмитрий Захарченконы 3 млн. һум ришүәт алғанда тоттолар. Тентеү барышында уның апаһының фатирында 120 млн. доллар, 2 млн. евро табылды. Әле был башы ғына. Ростов өлкәһендә шул уҡ апаһына Захарченко 5 өйҙө яҙҙырған булып сыҡты. Бер коттедж – 594 кв.м., ул 25 миллион һум тора, тағы бер өйө 200 кв.м., ул 10 млн. һумға барып баҫа. Туғандары исеменә бик күп автомобилдәр теркәлгән, апаһының машина йөрөтөүгә праваһы булмаһа ла, уның да «Мерседес»ы бар. Захарченко әфәнде шулай итеп туғандарына ҡиммәтле машиналар алып биреп, уларҙың исемдәренә теркәтеп сыға. Ярар, былары ваҡ-төйәк, тиһәк, хатта 8 йәшлек ҡыҙына Мәскәүҙә 250 миллион һумдан артыҡ торған фатир һатып алған. Ә ҡыҙы унда йәшәмәй, атаһынан айырылған әсәһе менән 3 бүлмәле фатирҙа ғүмер итәләр. Был полковник, һис бер ҡурҡып тормайынса, әсәһенә лә, апаһына ла бына шулай еңел генә фатирҙар һатып алып бирә. Ошо урында һорау тыуа: бер ерҙә лә эшләмәгән апаһында 8,5 миллиард һум аҡса нисек була ала икән? Ата-әсәһе ауылда уҡытыусылар. Улар ҙа – серегән байҙар. Швейцария банкыһында был ғаиләнең 300 миллион евроһы барлығы беленә. Ул хәтлем байлыҡ ҡайҙан хасил булған? Ата-әсәһе күрмәмеш тә белмәмеш. Һорау алғанда Д. Захарченко ла, ул аҡсалар, евролар, долларҙар минеке түгел, ти.

Дмитрий Захарченко, коррупцияға ҡаршы көрәшергә тейеш кеше, үҙе хәҙерге замандың ата ҡарағы булып сыға, кәзәне кәбеҫтә баҡсаһына ебәргән кеүек инде. Ошо урында һорау тыуа: ФСБ ҡайҙа ҡараған икән? Заман ҡараҡтары тейешле яза алмай, шуға ҡоторалар. Беҙҙең суд гуманлы бит, арлы-бирле ултырталар ҙа сығаралар. Ана Васильева бер ай төрмәлә ултырған кеше булды ла сыҡты. Был ҡараҡтарҙан ҡотолабыҙ тиһәләр, уларға ҡаты яза бирергә кәрәк. Ҡытай илендәге һымаҡ. Бына ауыл ерендә эшләүсе күпселек эшсәндәр айына 8,5-10 мең һум аҡса ала, 1 июлдән башлап газ, свет, һыуға хаҡтар артты. Яғыулыҡты инде үҙегеҙ беләһегеҙ. Эштәр көрсөккә табан бара. Халыҡ был хәтлем хаҡтарҙы түләй алмаясаҡ, уның ысын-ысындан аҡсаһы юҡ. Халыҡтың кеҫәһе буш. Ә кеҫәһе тулы аҡсаһы булған ҡараҡтарға ҡаты яза бирергә һәм бөтә мал-мөлкәтен конфисковать итергә, үҙҙәрен емерек баракка сығарырға кәрәк, һыуы, бәҙрәфе тышта булһын. Бәлки, шунда аңларҙар.
Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына хоҡуҡ һаҡлау органдары Дмитрий Захарченконың ришүәт юлы менән йыйылған 9 миллион һум аҡсаһын бюджетҡа тартып алды, йәғни ғәҙеллек тантана итә башланы.
Читайте нас: