Иң тәүҙә бөтә кешеләрҙең дә иҫән-һау булыуҙарын, ғаилә именлеге, эшһеҙҙәрҙең эшле, аҡсалы булыуҙарын теләр инем. Үтеп киткән Эт йылы нимәһе менән айырылып торҙо?
Беренсенән, ил Президентын һайланыҡ, икенсенән, футбол буйынса донъя чемпионаты үтте. ФИФА белдереүенсә, бындай чемпионат бер ваҡытта ла ошолай ойошҡанлыҡ менән үтмәгән, уны 3,5 миллиардтан артыҡ кеше ҡараған. Өсөнсөнән, Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып Өфөгә Радий Фәрит улы Хәбиров ҡайтты. Республикабыҙҙың яңы етәксеһенә иҫәнлек-һаулыҡ теләп, уй-ниәттәренең, алдына ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләге килә. Ике ай ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, республикабыҙ өсөн апаруҡ эш башҡарҙы ул. Радий Хәбировтың әйткәндәренән иң ҡыуандырғаны, халыҡ эш менән тәьмин ителһен, аҡсалы булһын, тигән һүҙҙәре. 43 урында яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөләсәк. Уҡыу йорттарына автобустар, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ашығыс ярҙам машиналары ҡайтарыласаҡ, Өфө-Ырымбур күпере менән юлы яңыртыласаҡ, 4 һыҙатлы буласаҡ. Күмертауҙың «Шахтер» стадионын төҙөкләндерәсәктәр, шул маҡсатта 260 млн. һум аҡса бүленәсәк. Яңы дауаханалар, фермалар, ФАП-тар төҙөләсәк, һуңғылары фельдшерҙар менән тәьмин ителәсәк. Мин айырыуса Ермолаево спирт-араҡы заводының эшләп китеүен теләйем. Нисәмә кешегә эш урыны булыр ине, уның бардаһы малдар өсөн дә ифрат файҙалы бит. Күмертауҙың Карл Маркс урамындағы тимер юлы аҫтынан машиналар өсөн юл асылһын ине. 7-8 йыл элек «Искра» заводы базаһында Толпар исемле трактор сыға, тигәйнеләр, сыҡманы. Ауыл хужалығына был тракторҙар бик күп кәрәк. Стәрлетамаҡ ҡлаһында Италия менән берлектә иген комбайндары сығарабыҙ, тигәйнеләр, был пландары ла тормошҡа ашманы. Үҙебеҙҙә етештерһәләр, ул трактор менән комбайндар арзаныраҡҡа төшөр, эш урындары артыр, бюджетҡа аҡса килер, был төрҙәге техника ауыл хужалығын күтәреүгә ярҙам итер ине. Рәсәй иле ҡорал һатып 16-17 миллиард доллар эшләй. Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу 24-25 миллиард доллар килтерә. Ошо һандар артабан нимә эшләргә кәрәклеген үҙе үк әйтеп тора. Ауыл хужалығын күтәрәм, тиһәң, һөт менән дизель яғыулығының хаҡын бер итер кәрәк. Әле ауыл хужалығы етештереү кооперативтары һөттөң литрын 25 һум менән һата. Ә солярканың литры 45 һум тора, был - ысын-ысындан социаль ғәҙелһеҙлек, уның менән, беҙ социаль дәүләттә йәшәйбеҙ, тип ауыҙ күтәреп хәбәр һөйләйбеҙ. Игенсе үҫтергән ашлыҡтың да тоннаһын аралашсылар (алыпһатарҙар) 9-9,5 мең һум менән алалар ҙа 12-13 меңгә һаталар. Ошонан сығып уйлап ҡараһаң, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсегә нимә генә тороп ҡала инде? Әле АХК-ла хеҙмәт итеүселәр айына 8-10 мең һум аҡса эшләй. Уның да 13%-тын тотоп ҡалалар. Ҡулға ингән эш хаҡының яртыһы коммуналь түләүҙәргә китһә, йәшәргә нәмә ҡала инде? Ауыл ерендә йәшәүселәргә айына 20-25 мең һум эш хаҡы сыҡһа, берәү ҙә ауылын, ғаиләһен ташлап Себер сығып китмәҫ ине, тип уйлайым. Мин был хаҡта күп кешеләр менән һөйләшкәнем, әңгәмләшкәнем бар. Иренә лә, ҡатынына ла 20-25 меңәр һум аҡса сыҡһа, ул тиклем күп итеп мал да тотмаҫ инек, бер һыйыр, ҡош-ҡорт тотоу ҙа етер ине, тиҙәр.
Бәлки, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыр. Бөйөк күрәҙәсе Ванга, 2019 йыл Рәсәй өсөн яҡшы йыл буласаҡ, тип әйтеп ҡалдырған. Беҙҙең дә теләгән изге теләктәребеҙ Аллаһы Тәғәләнең, амин, тигән сағына тура килһен. Бар булайыҡ, сәләмәт булайыҡ, бай булайыҡ. Һәммәбеҙгә лә ҡоростай сәләмәтлек сауап итһен. Сәләмәт, һау булһаҡ, барыһы ла булыр. Иншаллаһ!