Бөтә яңылыҡтар
Шәхси фекер
18 Ғинуар 2019, 12:59

НИҢӘ ОҘАЙТТЫЛАР?

Пенсия йәшен әйтәм. Сөнки Рәсәй Пенсия фондында хәҙерге көндә 1 триллион һум дефицит. Был нимәне аңлата? Әлеге сумма 2-3 йылдан 3-4 триллион һумға барып етәсәк. Шунда инде аҡса етмәүе көн кеүек асыҡ буласаҡ. Бына шуға күрә йә пенсия йәшен , йә прогрессив һалымды арттырыу кәрәк ине. Хөкүмәт иһә тәүгеһен һайланы, сөнки беҙҙең илдә демографик хәл бик насар, балалар аҙ тыуа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияға сығыу йәшен арттырһаң, 5 бала табып, 50 йәштән пенсияға сығыу мөмкинлектәре бар.

Пенсия йәшен әйтәм. Сөнки Рәсәй Пенсия фондында хәҙерге көндә 1 триллион һум дефицит. Был нимәне аңлата? Әлеге сумма 2-3 йылдан 3-4 триллион һумға барып етәсәк. Шунда инде аҡса етмәүе көн кеүек асыҡ буласаҡ. Бына шуға күрә йә пенсия йәшен , йә прогрессив һалымды арттырыу кәрәк ине. Хөкүмәт иһә тәүгеһен һайланы, сөнки беҙҙең илдә демографик хәл бик насар, балалар аҙ тыуа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияға сығыу йәшен арттырһаң, 5 бала табып, 50 йәштән пенсияға сығыу мөмкинлектәре бар.


Пенсия фондына ни өсөн аҡса аҙ йыйыла? Эш биреүселәр эш хаҡын конвертта тапшыралар йә эшкә ғариза яҙҙырмайынса ғына ҡабул итәләр. Ҡайһы берҙәре эштәрен эшләтәләр ҙә аҡсаһын түләмәйҙәр. Беҙҙең илдә ябай эшсән халыҡҡа түбән эш хаҡы түләнә. Хәҙерге көндә Рәсәйҙә пенсионерҙар һаны 47 миллион кеше тәшкил итә. Улар яҡшы пенсия алһын тиһәң, кәмендә 150 миллион кешене эш менән тәьмин итергә кәрәк. Әле беҙҙең илдә бер пенсионерға 1,5 кеше эшләй, тиҙәр. Был бик аҙ. Эшһеҙҙәр күп. Әҙ эш хаҡы алып эшләгәндәр күпселекте тәшкил итә. Элекке һәйбәт эш хаҡы түләгән завод, фабрикалар юҡ кимәлендә. Рәсәй халҡы газ, нефть аҡсаһында ғына ултыра. Ә ауыл хужалығы техникаһын ситтән ҡыйбат хаҡҡа һатып алабыҙ. Картуфтың картуфын Мысырҙан килтерәләр бит хәҙер. Һөттө Белоруссия менән Латвиянан алалар. Шул уҡ ваҡытта күпме ерҙәребеҙ буш ята. Бары тик эйелергә генә кәрәк. Аҡса ана шунда ята. Статистикаға күҙ һалһаң, илдә шул хәтлем кеше эшләй, тиҙәр. Кемдеңдер һаулығы яҡшы, эше еңел йә төшөмлө , кемдер балаһына, ейәненә ярҙам итер кәрәк тип, кемдер фатир, машина алырға кәрәк тип, эшләй. Алға киткән илдәрҙә пенсионрҙар күпме пенсия ала? Германияла 700, Испанияла 1000 евро. Евросоюзда иң хәйерсе тип иҫәпләнгән Грецияла 720 евро алалар. Ул илдә пенсияға сығыу өсөн ҡатындарға 67 йәшкә тиклем һәм 33 йыл эшләү талап ителә, сөнки пенсия фондына аҡса күсереп барырға кәрәк.

Рәсәйҙең пенсия фондында ни өсөн аҡса етмәй? Баҡһаң, ир-ат, пенсияға сыҡҡас, 12-15 йыл пенсия алырға тейеш булһа, 2017 йылда был һан 16,6 йыл булып киткән. Ҡатын-ҡыҙҙар пенсияны 20-25 йыл алырға тейеш булһа, улар иһә 2017 йылда 26,6 йыл буйы алғандар.

Пенсия фондына аҡсаның аҙ тупланыуының тағы бер сәбәбе бар. Беҙҙең илдә техникум, вуз бөтөрөп тә, һөнәре буйынса эш таба алмайынса бәләкәй эш хаҡына шофер, һатыусы булып эшләп йөрөйҙәр. Уларҙың эш хаҡы 10-12 мең һумдан ашмай, ә үҙ профессияһы буйынса эшләһә, 60-80 мең һум тәшкил итер ине, пенсия фондына ла ошо эш хаҡынан сығып түләрҙәр ине. 2018 йылда эшләмәгән пенсионерҙарға ил буйынса уртаса 14 мең 144 һум пенсия түләнһә, ауылдарҙа күбеһе 8300 һум түләнде. Һуңғы йылдарҙа пенсияға һауынсы булып эшләп сыҡҡанмы, тракторсымы - барыбер бер стандарт. Ауыл хужалығы өлкәһендә тракторсы, шофер, агроном, веттехник, зоотехник, фельдшер һымаҡ һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ булмаҫ ине.

Яңы закондың бер яҡшы яғын күрәм: ул да булһа, ауыл ерендә 30 йыл эшләгән кешеләргә 25 % өҫтәмә түләнә башлауы. Был ҡарарҙы бынан 10-15 йыл алдан ҡабул итергә кәрәк ине.

Кешеләрҙең эшләгән аҡсаһына ҡарап, пенсияға 33 % менән сыҡты, тиҙәр. Мин улай тип әйтмәҫ инем. 33 % булғас, ниңә күп кешеләр 8300 һум пенсия ала? Алға киткән илдәрҙә 40-45 % менән пенсия алалар. Беҙҙең илгә лә ошо һанға еткерер кәрәк. Әгәр пенсия фондын аҡса менән тулыландырабыҙ тиһәләр, иң беренсе халыҡты эш менән тәьмин итергә, эш биреүселәргә эш хаҡын конверт менән биреүҙе туҡтатырға, коррупцияны бөтөрөргә һәм прогрессив һалымды әлеге һымаҡ 13-20 % түгел, ә 15-20 %-ҡа еткерергә кәрәк. Был йәһәттән башҡа дәүләттәр бер ҙә ҡурҡып тормай бит. Ошондай ҡыйыу аҙымдар яһау ғына киләсәктә илебеҙ именлеген, хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итәсәк.
Читайте нас: