Быйыл илдең социаль-иҡтисади тормошонда һумдың арзанайыуы көтөлә. Бер доллар 65-66 һум, бер евро 75-76 һум тора.
Хаҡтарҙың артыуы туҡтағаны юҡ. Туҡтамаясаҡ та. Яңы машиналар 8,1 %-ҡа артты, бензин, солярка 0,8 %-ҡа күтәрелде. Ошо яғыулыҡ йыллыҡ тип иҫәпләгәндә 9,6 % килеп сыға. НДС-ты 18 %-тан 20 %-ҡа тиклем арттырҙылар.
Хәҙер аҡыллы электр иҫәпләгесен өйҙәрҙең эсенә түгел, ә урамдағы электр бағаналары башына ҡуймаҡсылар. Йәнәһе кем дөрөҫ түләй ҙә, кем дөрөҫ түләмәй - шуны белер өсөн (ә халыҡ байлығын РАО ЕЭС тип үҙләштереп, аҡсаһын кеҫәләренә һалып ятыуҙарын үҙҙәре бер ҙә танырға теләмәй).
Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, сүп-сар түгеү өсөн дә аҡса түләй башланыҡ. Сүп-сарҙың артыуы көнкүрешебеҙҙә химияны киң ҡулланыу һәм экологик тәрбиәһеҙлек менән бәйле. Химия бик ныҡ үҫеште, тип ҡыуанһаҡ та, ул кешеләргә, тәбиғәткә ныҡ зыян килтерә. Яман шеш ауырыуҙары ҡайҙан килә? Бөтәһе лә ағыуҙан. Картуфты, ашлыҡты, көнбағышты, хатта кукурузды ла культиватор менән утамайынса химия менән утайбыҙ. Нишләп балыҡ юҡ, тип аптыраған булабыҙ. Төлкөләргә тотоп ашарға сысҡан ҡалманы бит хатта. Ялан-ҡырҙарҙа һандуғас һайрауын ишетеү хәҙер ҡоро хыялда ғына. Юҡ улар. Химия ғәйепле. Унан бигерәк шул химияны дөрөҫ ҡуллана белмәгән кеше үҙе ғәйепле. Кеше факторы.
Спиртлы эсемлектәрҙе хәҙер, башлыса, суррогат араҡы, рояль, трояктар тәшкил итә. Йөҙ грамлыҡ боярышникты эсеп нисәмә мең кешенең яҡты донъя менән хушлашҡанын бер Аллаһы Тәғәлә генә беләлер. Кешеләр суррогат араҡы эсеп ағыуланмаһын өсөн, спиртлы эсемлектәрҙе национализацияларға кәрәк. Бер ҡулда тупланһа, контроль дә була.
Мәҙәниәтле йәшәйбеҙ тип, мәҙәниәтһеҙгә әйләндек. Элек серек картуфты йә булмаһа мысай, алабута икмәген шыптыр тоҡсайҙа йөрөттөкмө йәки яланда тапҡан ризыҡтар: йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, балтырған, ҡуянтубыҡ, ҡуҙғалаҡтарҙы һәм башҡа ризыҡтарҙы йыуып ашаныҡмы? Ошо сүп-сар тураһында нисәмә тапҡыр яҙғаным бар, был проблема саҡ кешеләргә барып етте, ахыры. Әллә сүп-сар түгергә урын ҡалманы инде? Тәбиғәткә күпме зыян һалһаҡ, ул да беҙгә шулай яуап ҡайтара: былтыр ғына ҡар булмайынса ер ҡайһылай туңғайны. Әлегә сүп-сар түгеүгә йән башына ҡалала 70 һум, ауылда 35 һум тура килә. Уны һис шикһеҙ арттырасаҡтар. Ана телевизорға ҡуйған ваҡытта IP-телевидение 185 һум ине, хәҙер 440 һумға алып барып еткерҙеләр. Телевизор тигәндән, 20 каналды бушлай ҡараясаҡбыҙ, тиҙәр. Бер ҙә улайға оҡшамаған. Телевизорың яңы булмаһа, приставка яҡынса мең һум тора. Уларҙы волонтерҙар ҡуя, тинеләр. Бер ҙә ышанғы килмәй. Буштың атаһы үлгән. Ҡуйһалар ҙа, 300-500 һумыңды һыпырып алып сығып китәсәктәр. Машина һыу менән йөрөмәй бит. Шуның шикелле инде. Бөгөнгө тормошта, нимә эшләһәң дә, аҡсаһыҙ бер аҙым да алға атлап булмай.
Һарыҡ, кәзә, һыйыр, аттарға, бесәй, эттәргә бирка ҡуйғайнылар, инде хәҙер аҡса кәрәк тип, кешеләргә лә берәй чип һымаҡ нәмәкәй ҡуя башларҙармы икән? Ҡатын-ҡыҙҙарға алҡа урынына тағырҙар, ә ир-аттың ҡайһы урынына тағырҙар икән?
Сүп-сар мәсьәләһенә яңынан әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Минеңсә, пластмассанан эшләнгән әйберҙәр өсөн химия сәнәғәте аҡса түләргә тейеш. Әйтәйек, һыра, эсәр һыу 1,5 литрлы булһа, шешәһе 10 һум тора. Ә шешәһен кире алмайҙар, шуға күрә кешеләр сүплеккә ырғытырға мәжбүр. Инде лә хәҙер шул шешәләрҙе, аҡса түләп, машинаға тейәп оҙатырға тейешбеҙ. Был дөрөҫ түгел. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?