Яңыраҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Рафаил улы Ишһаринда ҡабул итеүҙә булдым һәм уға өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға һалымдар һалыуға бәйле фекеремде әйттем. Шуны «Юшатыр» гәзите уҡыусылары менән дә уртаҡлашҡым килә.
Барыбыҙға ла яҡшы билдәле булыуынса, сүп-сар өсөн квитанциялар килә башланы, ундағы исемлектәргә яңы тыуған сабыйҙарҙан алып ғаиләләрҙең иң өлкән йәштәге кешеләренә тиклемгеләрҙе индергәндәр. Бәләкәй баланан күпме генә сүп-сар сыға инде, шуны индермәҫкә лә мөмкин булыр ине бит, тип әйттем «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланған депутатҡа. Ҡайһы бер сит илдәрҙең хөкүмәттәре, бала донъяға тыуыу менән, уға банктарҙа айырым иҫәп асып, аҡса күсерә. Ҙурайып тормош юлына аяҡ баҫҡас финанс һәм матди ауырлыҡтар кисермәһен өсөн. Ә беҙҙә, киреһенсә, яҡты донъяға тыуған һәр сабыйҙан тәүге көндәренән башлап милек һалымы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләттерә башлайҙар.
Бала 14 йәшендә ҡулына паспорт ала. Ул был йәшендә лә әле үҙаллы тормошҡа тулыһынса әҙер түгел. Шулай булғас, ниңә уларҙы һәр төрлө һалымдар менән йүнкетергә? Сабый һалым түләргә икәнен ҡайҙан белһен, әлбиттә, быларҙың барыһы ла атай-әсәй елкәһенә ауыр йөк булып ята. Аҡсаһы булһа, түләр инең дә ул. Халыҡҡа ни эше, ни аҡсаһы юҡ. Ошолар хаҡындағы фекерҙәремде депутатыбыҙға әйттем, ул килешкән дә һымаҡ булды, тик асыҡ ҡына итеп бер нәмә лә әйтә алманы.