Все новости
Шәхси фекер
4 Октября 2019, 11:57

50 ЙЫЛ БУЙЫ АҠТЫ

Кешеләргә дөрөҫөн яҙмаһам, дөрөҫөн һөйләмәһәм, күңелемдә бер төйөн булып тора. Төйөн күп инде ул, барыһын да яҙып бөтөп булмай, ә шулай ҙа ҡайһы бер фекерҙәремде яҙырға булдым.

Быйыл, күптән түгел, үткән халыҡ йыйынында ауыл старостаһы Валерий Герасимов район башлығы Юлай Талха улы Ильясовҡа мөрәжәғәт итеп, «Ватан» хужалығы беҙҙең башняның һыуын алып тотона, уға түләмәйҙәр, ти. Был мәсьәләлә силсәүиттең ҡыҫылышы юҡ. Силсәүит ундай ваҡсыл түгел.

Пай ерҙәрен бүлешкән саҡта Герасимов, ярты ауыл халҡын ҡотортоп, икенсе фермерҙарға ҡушты. Беҙ ҡоторманыҡ. Үҙебеҙҙең пай еребеҙҙе «Ватан хужалығында ҡалдырҙыҡ. Минең фекерем — быны кеше белергә тейеш. Был фекеремде лә белергә тейештәр. Һыу башняһынан артыҡ һыу аға. Был һыу 50 йыл буйы аҡты. Быны береһе лә туҡтата алманы. Ни өсөнмө? Сөнки һыуҙың баҫымын кәметһәң, ярты ауылға һыу барып етмәй. Бигерәк тә тау башында ултырған йорттарға. Әлбиттә, артыҡ аҡҡан һыу өсөн кешеләр 10-12 һум артыҡ түләргә риза. Шулай ҙа артыҡ һыуҙың зыяны ла бар. Ул урамды бысратып ҡына ҡалмай, йорт алдарына ла керә. Силсәүиттәр күп булды. Бер силсәүиткә лә тештәре батманы. Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова эшләй башлаған ине, уға тештәре батты. Әлфиә йомшаҡ булды, ахыры. Күп силсәүиттәр йомшаҡ ҡына һөйләп, ҡатыға ултыртып киттеләр. Тегендә лә, бында ла емерек, хужаһыҙ өйҙәр. Һыу торбалары сереп, күл булып ағып ята. Барыһына ла Әлфиә Ханбәкова ғәйепле булды ла ҡуйҙы. Әлфиә Мансур ҡыҙы афарин, ул ваҡытта ер ҡаҙый торған трактор ҡыйбат. Силсәүиттә аҡса юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ярлы ваҡыт. Әлфиә Ханбәкова трактор табып, һыу башняһынан быуаға хәтлем тәрән итеп канау ҡаҙҙырҙы. Хәҙер һыу шул канауҙан ағып быуаға төшә. Ниңә был эште кеше белергә тейеш түгелме ни? Ни эшләтәһең, беҙҙә шулай бирергә әйберең булмаһа, яҙыусы ла юҡ, күреүсе лә юҡ. Урынһыҙмы, түгелме, яҙып үтәм әле бер көләмәс. Хужа Насретдингә суд бара. Хужа ҡуйынына кирбес ҡыҫтырып, судья янына ултырған ти. Суд бара икән. Хужа бер кирбескә ҡарай, бер судьяға ҡарай икән. Судья уйлай икән, был бик ҡыйбатлы әйбер алып килгән, ахыры, бүләккә тип, судты япҡан да, ҡайтырға сыҡҡан. Хужа кирбесте сығарған да, судьяға әйтә икән: «Ярай хөкөм итмәнең, бынау кирбес менән башыңа бирә инем». Халыҡ дөрөҫлөккә һыуһап, нимә генә уйлап сығармай.

Рәшит ХАНБӘКОВ

Холодный Ключ ауылы
Читайте нас: