Все новости
Шәхси фекер
15 Ноября 2019, 12:09

Ризалығына ирешәйек

Беҙҙең халҡыбыҙға ҡарата Аллаһы Тәғәлә рәхмәтен ысынлап та киң ҡыла – беҙҙе ул мосолмандар өммәтендә йәшәтә. Эйе, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ мосолмандар инеләр. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы әлеге көндәрҙә беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙың, күрше-күләндәребеҙ, ауылдаштарыбыҙ, ғөмүмән, республикала йәшәгән татар-башҡорт халҡы Ислам диненән алыҫлашты. Ислам дине беҙҙең арала тик никах, йыназа, аят уҡытыу дәрәжәһендә ҡалды. Ислам тураһында белемебеҙ бик һай булғанға күрә күптәребеҙ дин тураһында хатта ҡыҙыҡһынырға ла ҡурҡа. Ләкин беҙ шуны ныҡ итеп аңларға тейешбеҙ, Ислам дине ул ғилем дине.
Әлхәмдүлилләһ, һуңғы ваҡытта беҙҙең ҡалабыҙҙағы халыҡтың дингә тартылышы күҙәтелә. Күмертауҙың Көнсығыш мәсетендә бихисап мосолмандар йома намаҙҙарында ҡатнаша. Бында ғилем биреү буйынса бер-нисә йылдар курстар ҙа эшләп килә. Ғәрәпсә Ҡөръән уҡырға, тәһәрәт алыуҙан башлап намаҙ уҡырға тиклем өйрәтелә. Аллаһы Тәғәлә тураһында белеү, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тураһында бик кәрәкле дәрестәр уҙғарыла. Бында Хажар апа, Фаҡиһа, Әнисә балаларға һәм ололарға белем бирә. Быйыл Нурия Хәлилова ла дәрестәр үткәрә башланы. Бигерәк тә Рафиҡ һәм Сабир хәҙрәттәрҙең йома вәғәздәре бик фәһемле, аңлайышлы итеп халыҡҡа рус һәм башҡорт, татар телдәрендә еткерелә.
Быйыл мәсеттә ойошторолған төркөм менән боронғо Болғар иленә сәйәхәткә барып ҡайттыҡ. Бик күп нәмәләрҙе күреп доғалар ҡылып шатланышып ҡайттыҡ. Мосолман туғандарыма мәсеттәргә йөрөһөндәр, тип әйтәһем килә. Файҙалы ғилемдәр алып Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешергә ашығайыҡ.
Хәмдиә СОЛТАНОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: