Все новости
Шәхси фекер
4 Февраля 2020, 11:49

Ҡоролтай ултырышынан һуң тыуған уйҙар йәки «Хеҙмәт кәрәк, дуҫтар, аҡыл һәм ҡул хеҙмәте!»

Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған ҙур йыйында башҡорт теле уҡытыусылары делегацияһы составында ҡатнашып ҡайтҡандан һуң, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым. Ҡошто – оя, халыҡты йола тотоп тора, тигәндәй, тәүҙә йола буйынса башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр хаҡында халыҡҡа бәйән ителде.

Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған ҙур йыйында башҡорт теле уҡытыусылары делегацияһы составында ҡатнашып ҡайтҡандан һуң, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым.
Ҡошто – оя, халыҡты йола тотоп тора, тигәндәй, тәүҙә йола буйынса башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр хаҡында халыҡҡа бәйән ителде. Афарин, һүҙ юҡ, халыҡтың бөгөнгөһөн хәстәрләүсе, киләсәген ҡурсалаусы башҡарма комитет, башҡорт теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр, табиптар, ата-әсәләр, ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар ойошмалары тарафынан ҡала халҡы ғына түгел, бөтә республика күрерлек ярайһы ғына күп эш башҡарылған. Әйтергә кәрәк, һәр эш еренә еткереп, милли сәйәсәтте уйлап эшләнелгән. Улар хаҡында ҡала халҡы, айырыуса мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, ишетеп-белеп торҙо, әүҙем ҡатнашты. Был сараларҙы әҙерләүсе, башынан аҙағынаса шунда ҡайнап йөрөүселәр, үҙ ваҡытын йәлләмәй, бер ҡыуанып, бер ғорурланып, бер әсенеп, Күмертау ҡалаһында башҡорт халҡы барлығын, телдең дә, мәҙәниәттең дә йәшәүен гөрләтеп иҫбат итте. Иманым камил, ваҡыт үтеү менән уҙғарылған конференциялар, форумдар, кисәләр, сайттар үҙ емешен мотлаҡ бирер.
Аҙ һанлы милләттәрҙең хәстәр-хәсрәттәре лә уртаҡ булыуын мин яҡшы беләм, шуға йыйында әйтеп кителгән сараларҙы ойоштороусыларға үҙемдең рәхмәтемде белдерәм. Әммә һөйөнөп кенә түгел, көйөнөп тә ҡайттым мин ҡоролтайҙан.
Эйе, күп эш эшләнелгән, йомғаҡтар яһалған, әммә бит алдағы көндәргә пландарҙы, йылдан-йыл борсоп, бер ҙә сиселешен тапмаған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү булманы. Иң аптыратҡаны: Күмертау ҡалаһының проблемаларына битараф булмаған, Өфө һынлы Өфөнән ентекле пландар менән килгән, хатта айҙан-айға нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеген сәхнәнән былай ҙа ашыға-ашыға һөйләгән Р.С. Баяновты залдан, регламент тип, һүҙен бүлергә ашығыусылар табылды. Уға тиклем ниндәйҙер саралар, йүнәлештәр хаҡында һүҙ ҡуҙғатыусыларҙың сығышында ентекле мәғлүмәт ишетелмәне. Ә был сығышта – осрашыуҙың төп маҡсаты ярылып ята ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, залда йыйылыусыларҙы ул ҡыҙыҡһындырманы ла булып сыҡты.
Оло йәштәрҙәге ир уҙаманы үҙ һорауын биргәс, ирекһеҙҙән инде нисә йылдар элек яңғыраған йыр һүҙҙәре иҫкә төштө: «Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, эй, башҡорт егеттәре? Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, Уралым бөркөттәре?...» Маҡтау ҡағыҙҙары алырға сәхнәгә күтәрелгән ирҙәргә бөтәһе лә яңғыратып ҡул сапты. Ни бары өс кенә бөртөк ир-егет менән ғорурланырға насип булды.
Ҡоролтайҙа яңғыраған «уҡытыусылар педсоветы» тигән шелтәле һүҙҙәрҙә лә дөрөҫлөк бар, минеңсә. Ҡалала йәшәүсе йәштәр, шәхси эшҡыуарҙар, дәүләт органдарында эшләүселәр, айырыуса башҡорт егеттәре дәрт-дарманын милләт данын һәм көсөн арттырыуға йүнәлтһә ине. Ҡалалағы бер саранан да ситтә ҡалмаған уҡытыусылар, сикһеҙ ҡыуанып, улар менән бергә тағы ла дәртләнеп эшләр ине, әлбиттә.
Нәжиб Асанбаевтың «Әгәр ҙә милләттең артында дәүләт тормай икән, ул милләт менән бер кем дә иҫәпләшмәй» тигән һүҙҙәрен бөгөнгө етәкселәр бик аныҡ төшөнгәндәр, ниһайәт. Күреүебеҙсә, дәүләт сәйәсәтендә башҡорт телен һаҡлауға айырым иғтибар бүленә. Башҡортостандың төп халҡына быйылғы йылда шатлыҡтан бигерәк яуаплылыҡ хаҡында уйларға кәрәк. Йыл бик тиҙ үтеп тә китер, мөмкинселектәр ҙә юҡҡа сығыр. Ең һыҙғанып, ҡағыҙ өсөн түгел, тарих өсөн, тел һәм милләт өсөн, быуындарҙан быуындарға үҙ телеңдә кинәнеп, ғорурланып һөйләрлек эштәр башҡарыу зарур. Мостай Кәримдең һүҙҙәре һәр милләт вәкиленең зиһенен тетрәндереп торһон, хәтеренән сыҡмаһын ине: «...милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул – хеҙмәт. Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән биҙгән халыҡ, хеҙмәттә маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан милләт меҫкенгә ҡаласаҡ. Ул инде, «илем-телем» тип күпме ҡабатлаһаң да, телен дә, моңон да, рухын да, йолаларын да һаҡлай алмаясаҡ».
Светлана ИСАКОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: