Яҡупта 30 йорт буш тора, 30 йортта берәр кеше генә йәшәй. Кисә генә һанап сыҡтым. Ауыл бөтә (Һабантуй - ауыл байрамы ла). Бейеп йырлар өсөн кәйеф самалы. Йәнә бер тема: шишмәләр ҡорой, таҙартыусы юҡ. Былтыр таҙартҡанды быйыл да таҙартырға кәрәк. Юлдар алама. Һеҙ Түңәрәк өҫтәл ойошторғанһығыҙ бит, уҡып сыҡтым, хатта балалар шул турала һөйләй - юлдарҙан йөрөрлөк түгел. Төрлө байрамдарға (ә улар беҙҙә аҙна һайын булып китте) аҡса әрәм иткәнсе, шишмәләргә, юлдарға бирһендәр. Ыштанһыҙ бейеп йөрөгән һымаҡ була был Һабантуй. Исмаһам, биш йылға бер үткәрһендәр ине, унда ҡәҙере лә булыр, аҡсаға ла эконом булыр ине. Фекер ошо. Халыҡты тыңлаусы, билдәле, булмаҫ, шулай ҙа әйтәм әле.