Бына хәҙер нисәмә йылдар, ошо бина ҡулланыуға яраҡлы тип танылғаны бирле, автовокзалға көнөнә меңләтә кешенең бысраҡ аяғы кереп, беҙҙең бөйөк республикабыҙҙың картаһын тапап үтә. Һәр бер һүрәт ниндәйҙер йөкмәтке, йәшерен маҡсат йөрөтә тип һанала. Төптән уйлап ҡараһаң, был һүрәт Башҡортостан республикаһының картаһы түгел, ә бик тәрән йәшеренгән сәйәси пропаганда кеүек тойола. Республикабыҙ киләсәге, уның бай ерҙәре, ошо тапалып ятҡан һүрәт кеүек, ҡәҙерен юғалтып, тапалып ятыр кеүек. Ошо матур бинаның проектын яһаған, уны төҙөгән кешеләрҙең, ҡулланыуға яраҡлы тип раҫлаусылар, был "сәнғәт" оҫталығын күргәс, баштарында ниндәй уйҙар тыуыуы билдәһеҙ. Иҙәндә республиканың картаһы урынында, ошо эште эшләгән, проекты раҫлаған кешеләрҙең һүрәте төшөрөлгән булһа, шунда уҡ, проект ҡулланыуға яраҡһыҙ, шәхси сиктәр боҙолған, тип хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итерҙәр ине, быныһында икеләнмәйем. Ошо урында тағы бер һорау тыуа: республиканың картаһы бик матур, уны кешеләр күрһен, һоҡланһын тип төшөрөлгән булһа, ни өсөн ошо картаны көтөп ултырыу залының стенаһына төшөрмәҫкә?
Фәнәүи Заретдинов, МВД ветераны, атҡаҙанған юрист, Мәскәү ҡалаһы