Һуңғы йылдарҙа саралар күбәйҙе, хәйер, улар элек тә күп ине, тик бөтөн донъяға «бына беҙ ниндәй» тип яр һалмағанғамы, улар ситтәргә бик күренеп барманы, интернет буйлап таралманы – барыһы ла үҙебеҙ өсөн эшләнде. Хәҙер башҡаса китте тормоштар, һинең нимәлер эшләй-эшләмәй икәнеңде фото-видеоға ҡарап баһаларға тейештәр, фотолар матурмы, тимәк, сара һәйбәт булған.
Сара тигәндә, беҙ йәрминкәне лә күҙ уңында тотабыҙ. Гел концерт, Айыҡ ауыл ғына түгел, был ваҡиға ла – йәрминкә – власть эшенең күрһәткесе.
Район үҙәгендә йыш була йәрминкәләр.
...Сатлама һыуыҡ көн. Ҡарап торам: бер кеше килде, бал һата. Торараҡ икенсеһе – быныһы иттәрен тейәп килгән. Һәм бөттө, күпме көтһәк тә, башҡа бер һатыусы ла булманы. Уның ҡарауы хакимиәттән бер ылау кеше килеп төштө. Барыһы ла шартына килгән: ыҫпай кейем, эшлекле ҡиәфәт, быларҙың бөтәһен мәңгеләштерергә фотоаппараттар әҙер, бының өсөн махсус кешеләр бар.
- Нимә эшләйбеҙ, йәрминә килеп сыҡманы, буғай?
- Сыҡмаһа, сығарабыҙ.
Былар теге ит һатыусының һумыраҡ бер киҫәген алдылар ҙа, сиратлап, фотоға төшә башланылар. Уңарсы мәҙәниәт һарайынан артистар килеп төштө.
- Көн һыуыҡ, микрофонығыҙ эшләмәйәсәк, - әйтеү менәнме ни, былар тыңламай, - кем өсөн концерт ҡуяһығыҙ, бынау ике һатыусы өсөнмө?
Аппаратураларын урынлаштырҙылар, инде йырларға тип сыҡҡайнылар, микрофондары, ысынлап та, эшләмәне лә ҡуйҙы. Былар аптырап хакимиәт кешеләренә баға. Тегеләре ыһ та итмәне, әйҙәгеҙ, микрофонды тотоп, йырлаған кеүек итеп ауыҙығыҙҙы асығыҙ ҙа, фотоға төшөгөҙ.
Былар шулайтты ла, береһе сыҡты, төштө лә, эргәлә торған автобусҡа инеп боҫто, уны икенсеһе алмаштырҙы, быныһы ла йырлаған кеүек итеп фотоға төштө.
Машинала ултырған ауыл хакимиәте водителе рулгә ятҡан да һығылып көлә - күпме йәшәп, бындай спектаклде күргән юҡ ине.
Аҙаҡ был фотолар интернетты тултырҙы. Комменттарҙа Көйөргәҙе районына бер килеп аяҡ баҫмағандар йәки йәрминкәне күрмәгәндәр, тағы бер ҡатлам – ярамһаҡтар, маҡтап яҙҙылар: ҡалай шәп эшләйһегеҙ, маладистар.
Хәҙер модаға инде, кем йыбанмай, О. Бузованы әрләй, тауышы юҡ, һүндерелгән микрофонға ауыҙ терәп йырлай, беҙҙе алдай. Бузованы, ысынында, әрләргә кәрәк, фанера, яһалмалыҡ өсөн, беҙҙәге фанераны кем күрер ҙә, йырламаған микрофондарҙы кем йырлатыр?