Все новости
Шәхси фекер
14 Февраля 2022, 18:04

Яңғыҙлыҡты теләп алмайҙар

- Һаумыһығыҙ, әгәр атаһының ҡыҙы 4 булһа һәм һәр береһе һуйған да ҡаплаған атаһына оҡшаһа, конкурста ҡатнаша аламы?

Яңғыҙлыҡты теләп алмайҙар
Яңғыҙлыҡты теләп алмайҙар

Әгәр атаһы әҙ генә йәшәп тә үҙенән шундай ҡыҙҙар ҡалдырһа. Әҙерәк "обидно" инде, тормош шулай ҡоролған. Үҙемдең дә атайым йәшләй үлеп, атайҙың нимә икәнен белмәй үҫтем. Ирҙәре үлеп тә уларға тоғро ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар аҙмы ни? Үҙ иңдәрендә ауыр йөктө тарта улар. Конкурстар һәйбәт, әлбиттә. Но әҙерәк обидно, мин теләп алманым яңғыҙлыҡты!
"Юшатыр" гәзите 16:50 (Вы): 
- Һаумыһығыҙ. Конкурс шарттары шулай. торараҡ, бәлки, икенсерәк яһарбыҙ
- Аңланым да ул, ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын, тип йыуатам инде үҙемде.

Бына шундай диалог. Уйландырырлыҡ. Ысынлап та, тормош гел беҙ уйлағанса бармай, ябай ғына конкурс, ә ана ҡалай уйҙар уятты. 
Һеҙҙең фекер нисектер, беҙҙеке былай: алдараҡ, риза булһағыҙ, ЯҢҒЫҘ ӘСӘ исемле конкурс та булыр. Ысынында, тормошта яңғыҙлыҡ күп һәм был яңғыҙлыҡ күп осраҡта батырлыҡҡа тиң була торған. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: