Все новости
Шәхси фекер
25 Февраля 2022, 16:08

ИКМӘК БУЛҺА, ЙЫР ҘА БУЛЫР

Һуңғы йылдарҙа милләттәштәрем, халҡыбыҙҙы тергеҙәбеҙ, тип, фольклор менән кәрәгенән артыҡ ныҡ мауығып китте, саманы юғалтты.

ИКМӘК БУЛҺА, ЙЫР ҘА БУЛЫР
ИКМӘК БУЛҺА, ЙЫР ҘА БУЛЫР

...Йырлап-бейеп кенә милләтте тергеҙеп, үҫтереп булһа икән ул. Башҡорттарҙың күпселеге ауылда йәшәй. Ауыл хужалығы хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, фермерҙар ҡулында. Әммә улар ҙа артыҡ эш ҡыра алғаны юҡ. Ауылдың социаль-иҡтисади хәле үтә лә мөшкөл. Ололар яҡты донъянан китә, йәштәр ҡалаларға китә. Ауылдар күҙгә күренеп бөтә. Ә беҙ илайһы урынға һаман йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ. Ғалимдар, фольклорлаштырыу менән артыҡ ныҡ мауығыу милләтте бөтөрөүгә юл аса, ти. Беҙ быны аңһыҙ рәүештә эшләйбеҙме әллә кемдәрҙер аңлы рәүештә беҙгә аҫтыртын уй-ниәттәр менән уны көсләп тағамы? Дөрөҫөн әйткәндә, байрам республикаһына әйләндереп алдыҡ бит Башҡортостаныбыҙҙы. Кемдәр ата-бабаларының ерҙәрендә йәшәүҙе, заманында улар эшләгән, хеҙмәт иткән баҫыуҙарҙы яңынан һөрөп икмәк үҫтереүҙе дауам итер һуң? Гелән йырлап ҡына тамаҡ туйҙырып булмай бит. Шул уҡ ваҡытта, хәҙер кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, тип ҡул һелтәп ултырып йә әйләнгән һайын эш тип Себер сығып китеп тә булмай....  

Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: