Все новости
Шәхси фекер
10 Марта 2023, 14:33

Яҡташтарым менән ғорурланам

Был мәҡәләне яҙырға тип күптән уйлап йөрөй инем. 

Яҡташтарым менән ғорурланам
Яҡташтарым менән ғорурланам

Яҡуп ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас Урта мәктәпте Яҡшымбәт ауылында уҡыным, ә 1966 йылда 11 класс тамаланым. Мәктәп йылдарында бергә уҡыған класташтар, уҡытыусылар иҫкә төшә, һағындыра. Матур тәрбиә, белем биргән беҙҙе уҡытҡан бөтә уҡытыусыларға рәхмәтлемен. Хәҙер инде беҙ олоғайҙыҡ, күп уҡытыусылар был яҡты донъя менән хушлаштылар. Районыбыҙҙағы гөрләп торған “Искра” колхозы менән Тәлғәт ағай Аҙнабаев бик оҙаҡ йылдар етәкселек итте. Барыһы тураһында ентекләп яҙып бөтөрөп булмай. Мин үҙем гәзит, журналдар яҙҙырып алдырам, барыһын да ентекләп уҡып барам. Бер ғәҙәтем бар минең, билдәле шәхестәр, иҫтәлекле даталар булған гәзиттәрҙе йыйып барам. 1972 йылдағы “Башҡортостан пионеры”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре һәм башҡалар күпләп һаҡланып ҡалған. Бер заман ошо гәзиттәрҙе ҡарап ултырһам, Өфөнән Гөлсирә һылыуым шылтырата. Апай, БСТ каналында Марат ағайҙы күрһәтәләр ти. Был “Автограф” тапшырыуын ҡабатлап күрһәтәләр ине. Ҡарап, тыңлап ултырҙым. Ниндәй шәхес, беҙҙең районыбыҙҙа тыуып үҫкән егет. Аҙнабаев Марат ағай күренекле ғалим, академик, илебеҙҙең бик күп наградаларына лайыҡ булған, үҙ эшен яратып башҡарған шәхес. Сит илдәрҙә лә баһаһы ҙур уның. Ул етәкселек иткән клиникала миңә дауаланырға насип булды, рәхмәтлемен.
Шулай итеп 1995 йылдың 26 ғинуарында сыҡҡан “Время” гәзитен ҡарап ултыра инем, районыбыҙҙың 70 йыллығына арналған, бик оҙаҡ йылдар райондың етәксеһе булып эшләгән Әбдрәшитов Р.А менән әңгәмәгә тап булдым. 

Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: