Все новости
Шәхси фекер
24 Марта 2023, 14:45

Ҡәҙере юҡ

Ни эшләп халыҡ шаша икән ул?

Ҡәҙере юҡ
Ҡәҙере юҡ

Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙҙың яҡындары өйөм һыуыҡ, нигеҙем тишек, кәртәләр ишелгән, утын юк тип хакимиәткә яҙып тик яталар. Әллә ошо ваҡытҡа тиклем боҙоҡ торған йорт-ҡураларын йүнәтеп ҡалмаҡ булалар?
Мин һуғыш ваҡытында тыуып-үҫкән бала булараҡ барыһын да үҙ күҙем менән күрҙем. Әсәйҙәребеҙҙең бер тингә эшләгән заман. Ит, күкәй, тире һ.б. йыйып фронтҡа ебәреп торҙолар. Бер ваҡытта ла ирем һуғышҡа китте тип һоранып ятманылар. Мунса яғырға утын юҡ тип зарланалар ҙа торалар. Ҡырҙа ҡороған ағастар тулып ята. Шуларҙы барып йыйнап алып та яғырға була. Һәр өй һайын мунса. Беҙҙең ваҡытта мунсаны күмәкләп инә инек. Утын да аҙыраҡ китә ине. Әйберҙәрҙең ҡәҙере юҡ хәҙерге заманда. Кешеләрҙең артыҡ эшләгеһе лә килмәй хәҙер. Район хакимиәтенән һоранып ятыуҙарына аптырайым.
Халыҡҡа берҙәм булып һалдаттарыбыҙҙы ҡарарға кәрәк. Барлыҡ көстө фронт яғына түгер ваҡыт. Һәр тин тыуған илде һаҡлаусы егеттәребеҙгә китергә тейеш. 3 йыл әрме сафтарында хеҙмәт итеп үҙ иңдәремдән үткәс, ас һалдаттың хеҙмәте бармай икәнлеген яҡшы беләм.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Көйөргәҙе районы, Яҡуп ауылы

Автор:
Читайте нас: