РПЛИ-ла белем алған Наҙгөл һәм Нәркәс ҡыҙҙары менән бергә байрамда сығыш яһар өсөн Федоровка районы Яңы Яуыш ауылынан Маликовтар ғаиләһе килгән. Улар 7 быуындарын бик яҡшы өйрәнеүҙәре һәм артабан да был эште дауам итеүҙәре хаҡында хәбәр итте. Шулай уҡ был ғаилә йыр-бейеүҙәре, мандолинала уйнауҙары менән бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы.
Ғәббәсовтар ғаиләһе «Шәжәрәһен белмәгәндең киләсәге юҡ», - тип һәм Әсә көнөнә арнап, Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында йәшәгән әсәйҙәре яғынан Сәғитовтар шәжәрәһен ентекле өйрәнеүҙәрен күрһәтте. Ата-бабаларының үткәнен өйрәнеүгә уларҙы ҡаланың 5-се мәктәбенең 3-сө класында белем алыусы ҡыҙҙары этәргән икән. Был улар төшөргән видеояҙмала ла асыҡ сағыла.
Һәр ғаилә аш-һыуға маһирлығын үҙҙәре әҙерләп алып килгән төрлө-төрлө халыҡтың яратҡан тәм-томдары аша иҫбатланы.
Ғаиләләр быйылғы «Шәжәрә байрамы»на шул тиклем ентекле әҙерләнгән, жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе ауыр булған, күрәһең. Шуға ла уларҙың барыһы ла төрлө номинация еңеүселәре итеп танылды. Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова: «Байрамдың күп милләтле булыуы ҡыуаныслы. Ғаи-ләләрҙең үҙ тамырҙарын яҡшы белеүҙәренә, уларҙы һаҡлауҙарына рәхмәт», - тине, Әсә көнө менән ҡотланы. Ул мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә сараны ойоштороуҙа оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай итеп, Маликовтар «Ғаилә йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау, шәжәрәләрҙе өйрәнеү һәм таратыу өсөн», Ғәббәсовтар «Күмертау ерендә быуындар күсәгилешлеген һаҡлау», Дашкиндар «Шәжәрәне фәнни-ғилми яҡтан тәфсирле өйрәнеү һәм белеү», Байтуғановтар «Быуындар күсәгилешлеген һаҡлау һәм халыҡ традицияларын тергеҙеү» номинацияларында билдәләнде, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.
«Юшатыр» гәзитенең махсус призы Ғәббәсовтар ғаиләһенә бирелде, ә Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты үҙенең бүләген Маликовтар ғаиләһенә тапшырҙы.