Все новости
Шәжәрә
1 Декабря 2017, 14:55

АТА-БАБАЛАР ЙОЛАҺЫ ОНОТОЛМАЙ

Күмертауҙа йыл һайын «Шәжәрә байрамы» үткәреү йолаға әүерелде. Быйыл да был матур сара «Рассвет» мәҙәниәт һарайында үткәрелде.

Күмертауҙа йыл һайын «Шәжәрә байрамы» үткәреү йолаға әүерелде. Быйыл да был матур сара «Рассвет» мәҙәниәт һарайында үткәрелде.

Бәйгелә 4 ғаилә ҡатнашты. Йыл һайын уларҙың сығыштарын ҡарап, арабыҙҙа шундай матур ғаиләләр булыуы өсөн ғорурланып, һоҡланып ҡайтаһың. Был юлы ла беҙҙең ғаиләләр бик матур сығыш яһаны. Сығыштарҙы ҡарап ултырыуы ғына рәхәт, ә уны әҙерләү өсөн күпме көс түгелгәнен тик үҙе шуның аша үткән кеше генә белә. Мәҙәниәт һарайы фойеһында әҙерләнгән бай күргәҙмә генә лә бик күпте һөйләй. Аш-һыуҙың, күҙҙең яуын алып торған бәйләнгән, сигелгән, һуғылған ҡул эштәренең ниндәй генә төрө юҡ унда.

Байрам сараһын асып ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина тәбрикләне һәм конкурсты ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәргә Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Быйылғы «Шәжәрә байрамы»нда 5-се мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙары Наҙгөл һәм «Айгөл» балалар баҡсаһына йөрөүсе 2 йәшлек Алһыу ҡыҙҙары менән Рөстәм һәм Айгөл Халиҡовтар, 1-се гимназияла уҡыған ҡыҙҙары Ангелина һәм улдары Дима менән Михаил һәм Наталия Васильевтар, 1-се гимназияһы уҡыусылары Валерия, Виталина һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Савелий менән Евгений һәм Наталья Селищевтар, 3-сө мәктәптә белем алыусы Әҙилә ҡыҙҙары менән Алһыу, Әлфиә, Ҡәнифә Ҡужаҡовтар ғаиләләренең һәр береһе үҙҙәренең шәжәрәләрен тулы өйрәнеүҙәрен һәм төрлө яҡлап талант эйәләре булыуын асып һалды.

Конкурс ҡалала үткәрелһә лә, район менән бәйләнеш күҙгә ныҡ ташлана ине. Мәҫәлән Васильевтар өсөн Керәүленән, ә Халиҡовтар өсөн Илкәнәйҙән бер ауыл тиерлек көйәрмәндәр йыйылғайны. Был күренеш беҙҙең барыбыҙҙың да ауылдан сыҡҡаныбыҙ тураһында һөйләй. Ғаиләләрҙең һәр сығышы дәррәү алҡыштар менән оҙатылды. Бәйгелә ҡатнашыусының һәр береһе үҙ ғаиләһенең тарихын сағылдырған видеояҙма, үҙҙәренең ҡулы менән бешергән башҡорт, урыҫ, сыуаш милли ризыҡтарын тәҡдим итте. Селищевтар, хатта, сәхнәлә үк ҡоймаҡ ҡойҙо.

Жюри ағзаларына еңеүсене билдәләүе ауыр булғандыр, күрәһең, сөнки һәр бер ғаилә был еңеүгә лайыҡ ине.

Шулай итеп, 23 быуынын өйрәнгән Халиҡовтар ғаиләһе «Шәжәрә төҙөүҙә ғаилә ҡомартҡыларын файҙаланғаны өсөн», Васильевтар «Быуындар бәйләнеше һәм ғаилә йолаларын һаҡлағаны өсөн», Селищевтар «Шәжәрә төҙөүгә ижади ҡараш һәм үҙенсәлек өсөн», Ҡужаҡовтар ғаиләһе «Шәжәрәләрен тәрән өйрәнгәне өсөн» номинациялары еңеүселәре тип табылды.

Йырлы-моңло, милли рухлы, быуындар бәйләнеше менән һуғарылған бәйге күңелдәрҙә матур тойғолар ҡалдырып үтеп китте. Борондан ҡалған ата-бабаларыбыҙ йолаһы әле лә йәшәүе өсөн беҙгә шатланырға ғына ҡала.

Автор фотоһы



Бәйгене ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды:

Әмәкәсова Рәмилә, 3-сө БРГИ уҡытыусыһы;

Барановская Наталья, «Светлячок»балалар баҡсаһы мөдире;

Бондарева Екатерина, 1-се гимназия уҡытыусыһы;

Васильева Наталья, «Светлячок» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;

Закирова Вилера, 3-сө мәктәп уҡытыусыһы;

Ибраһимова Розалина, 3-сө БРГИ уҡыусыһы;

Игбаева Венера, 3-сө мәктәп уҡытыусыһы;

Кузьмина Юлия, 5-се мәктәп уҡытыусыһы;

Сидорова Валентина, 1-се гимназия директоры урынбаҫары;

Халиҡова Айгөл, «Юшатыр» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире;

Шәрипова Әлфиә, «Айгөл» балалар баҡсаһы мөдире.

Бәйгене ойоштороусылар:

Күмертау ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы;

Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы;

Ҡаланың мәғариф учреждениелары.


Бәйгенең спонсорҙары:

Урыҫтар соборы (рәйесе О.А. Астахов);

Сыуаштар канаше (рәйесе В.Н. Гаврилов);

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы (рәйесе Ә.Ф. Шәмиғолова);

«Акрополь» йәмғиәте;

«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма комитеты (етәкс. Е.В. Решетникова).
Читайте нас: