Все новости
Шәжәрә
28 Августа 2018, 10:34

БЕР КҮРЕШЕҮ - ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР

Яҡшымбәт ауылында шаулап-гөрләп Шәжәрә байрамы үтте. Манғотовтар һәм Бикмаевтар нәҫеленең шәжәрә байрамы булыуына ҡарамаҫтан, был сараға Яҡшымбәт ауылының бар халҡы дәррәү әҙерләнгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.

Яҡшымбәт ауылында шаулап-гөрләп Шәжәрә байрамы үтте. Манғотовтар һәм Бикмаевтар нәҫеленең шәжәрә байрамы булыуына ҡарамаҫтан, был сараға Яҡшымбәт ауылының бар халҡы дәррәү әҙерләнгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.


Килгән ҡунаҡтарҙы йола буйынса икмәк-тоҙ, ҡымыҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар. Байрамды күрергә район башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов, хирург Ришат Вахитов, Яҡшымбәт мәктәбе директоры Гөлнур Аҡһарова, «Юшатыр» гәзите редакторы Малик Ильясов һәм башҡалар килгәйне.

Шәжәрә байрамына халыҡ телендә Татар урамы тип йөрөтөлгән Совет урамының 6 йорто ҡаршыһында өҫтәлдәр әҙерләнгән ине. Һәр өҫтәл янында матур итеп ҡаршы алып, шәжәрәләре менән таныштырып, ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Ауыл халҡының әйтеүе буйынса, ярты Яҡшымбәт ауылы Бикмаевтарҙан тора. Шуға күрә был байрамда ла 6 йорттоң 5-һендә Бикмаевтарҙың нәҫелдәре йыйылғайны. Һәр йорт, һәр өҫтәл үҙенең үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Ҡапҡа тыштарын, йорт алдарын халҡыбыҙҙың төрлө ҡул эштәре менән биҙәгәндәр, шәжәрәләрен элеп ҡуйғандар.

Тәүге йорт ҡаршыһында беҙҙе Ришат Бикмаевтарҙың ҡунаҡтары ҡаршы алды. Улар борондан килгән йолаларҙы тергеҙеүҙә ҙур эш башҡарғандар. Элек-электән Бикмаевтар нәҫелендә исем-шәрифтәр яҙылған еҙ самауырҙы быуындан-быуынға тапшырыу йолаһы йәшәп килгән. Ҡыҙғанысҡа, еҙ самауыр юғалған, шуға күрә бөгөн улар өр-яңы самауыр алып, унда шәжәрәләрен яҙып, йоланы тергеҙеп ебәргән. Шулай уҡ улар бик боронғо «Била» тигән музыкаль ҡоралды ла тергеҙергә булған.

Манғотовтар ғаиләһе тарихы менән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Асия Манғотова бик ентекле таныштырҙы. Рафиҡ Фәрит улы Бикмаев та үҙенең шәжәрәһен тәрән өйрәнеүен күрһәтте. Улар был көндө Әбйәлил районынан килгән туғандары менән тәүгә күрешкән. Рауил Айрат улы Бикмаевтар ҙа туғандары менән бергә шәжәрә байрамына яҡшы итеп әҙерләнеп, ҡунаҡтарҙы нәҫелдәштәре менән таныштырып үтте. Нәҫелде дауам итеүсе иң бәләкәй Дауыт Бикмаевҡа ошо көндө 3 йәш тулған.

Киләһе йорт ҡаршыһында ҡунаҡтарҙы Радик Зәйнетдин улы Бикмаевтың туғандары ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең 11 быуынын өйрәнгән. Тимербай Әбделғәлим улы Бикмаевтар ҙа яҡын туғандары менән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, нәҫел ептәрен барланы.

Ҡунаҡтар Манғотовтарҙың һәм Бикмаевтарҙың шәжәрәләре менән яҡындан танышып, уларҙың ихлас әҙерләгән милли ризыҡтарынан ауыҙ иткәс, байрамдың тантаналы өлөшөнә йыйылдылар. Яҡшымбәт силсәүите башлығы Юнир Сынбулатов сығышында: «Һәр кем үҙенең 7 быуынын белергә тейеш. Бөгөнгө байрамға барығыҙ ҙа матур әҙерләнгән, ҙур рәхмәт һеҙгә. Нәҫелебеҙҙе дауам итеүсе йәш быуын үҙҙәренең ата-бабаларын, үткәнен онотмаҫҡа бурыслы. Бөгөн күптәр туғандары менән тәүгә күреште», - тине һәм 80 йәшлек юбилейын билдәләүсе Әхтәм Манғотов менән 60 йәшлек юбилейын билдәләгән Рима Бикмаеваға һәм ошо йәмле байрамды ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән, ырыу эше буйынса оло эш башҡарыусы, туғандар сылбырын өҙмәүсе яҡташтарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люциә Хәмитова: «Яҡшымбәткә үҙ ауылыма килгән кеүек киләм, һеҙгә ауылдаштар, тип мөрәжәғәт итәм. Бөгөнгө матур байрамда туғандар күреште, рәхәтләнеп һөйләште, ҡыуанышты, серләште. Ошондай байрамдар күберәк булһын. Һеҙ шул хәтлем ҡунаҡсылһығыҙ, йомартһығыҙ, ихласһығыҙ», - тине һәм район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың да ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.

«ЮжУрал-Ойл» йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡов: «Яҡшымбәт ауылы матур, ә уның халҡы дәртле. Һәр кеше үҙенең тамырҙарын белергә тейеш. Уны онотмаҫ өсөн һәр саҡ яҙып барырға кәрәк. Әсәйем ошо ауылда тыуып үҫкән. Минең бала сағым ошо ауылда, өләсәйемдә үтте. Бөгөн мин бында бала саҡ дуҫтарымды күрергә килдем», - тине.

Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, туғандарын күрергә Әбйәлил районынан килгән Бикмаевтар нәҫеле ҡунаҡтары ла үҙҙәренең рәхмәттәрен әйтеп, йыр бүләк итте. Байрам сараһы яҡшымбәттәрҙең матур концерты менән тамамланды.

Ҡунаҡсыл да, алсаҡ та, йомарт та, исеменә күрә есеме тура килгән яҡшымбәттәрҙең яҡшы халҡының ҙур Шәжәрә байрамы бик күптәргә өлгө булырлыҡ итеп үтте.

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер, тип атай-олатайҙар бушҡа әйтмәгән бит. Осрашыуға шундай матур сәбәптәр гелән тыуып торһон.


Читайте нас: