Все новости
Шәжәрә
7 Сентября 2018, 10:32

ЫРЫУЫМ ТИРӘГЕ

Бала сағымда өйөбөҙҙөң баҡса артында, ҡабаҡ аҫтында, мөһабәт тирәк ағасы үҫеп ултыра торғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, әле лә үҫеп ултыра ул. Ҡолас етерлек түгел. Уның башында ҡарғалар оя ҡорған.

Бала сағымда өйөбөҙҙөң баҡса артында, ҡабаҡ аҫтында, мөһабәт тирәк ағасы үҫеп ултыра торғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, әле лә үҫеп ултыра ул. Ҡолас етерлек түгел. Уның башында ҡарғалар оя ҡорған.

Бибикамал өләсәйем, Миңлекамал инәйем, атайымдарҙың һөйләүҙәре буйынса, был тирәкте Хәбибулла олатайымдың тәүге ҡатынынан булған Ғәйфулла исемле улы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә ултыртҡан. Үҙе яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмаған. Нишләптер уның исем-фамилияһы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре исемлегендә лә юҡ. Унан бары тик иҫтәлеккә ошо тирәк кенә тороп ҡалған. Ә ниңә тирәк, башҡа ағас түгел? Сөнки боронғо башҡорттарҙа ырыусылыҡ сәскә атҡанда, Ислам дине кергәнгә тиклем һәр ырыуҙың үҙ атрибуттары булған. Былар хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Минең ырыуымдың, тамъяндарҙың, ҡошо – ҡарға, ағасы – тирәк, ораны – тутыя, тамғаһы – ҡапҡа.

Тамъян ырыуы башҡорттары ни өсөн тап бына тирәк ағасын һайланы икән? Сөнки ул, башҡа ағастарҙан айырмалы, мамығын осороу юлы менән тирә-яҡҡа орлоғон күпләп тарата, бик үрсемле. Нәҫелебеҙ тирәк кеүек үрсемле, күп һанлы булһын, тигән изге теләктән шулай сығып эшләгәндәрҙер, тип уйлайым. Тәбиғәттәге күркәм саҡты – тирәктәрҙең мамыҡ осороу күренешен халыҡ «тирәк бураны» тип йөрөтә, мин бала сағымда бик тә ҡыҙығып күҙәтә торғайным был матур күренеште.

Һәр ырыу вәкилдәре үҙҙәре йәшәгән ауылдар биләмәһендә ырыу ағастарын ултыртыр булған. Башҡорт халҡының милли батыры, абыҙы Кинйә Арыҫланов та Нөгөш буйҙарынан ҡуҙғалып Оло Көйөргәҙе буйында яңы ауылға – Кинйә-Абыҙға (Туғай Кинйәһенә) нигеҙ һалғанда Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ырыу ағасы ҡараманы ултыртҡан. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыл бер нисә тапҡыр бөткән, ә ырыу ағасы бер нисә быуат буйына һаман да үҫеп ултыра. Кинйә-Абыҙға күрше Түкән ауылын Оло Көйөргәҙе буйында беҙҙең тамъяндар, нәҫелдәштәребеҙ, нигеҙләгән, һәм улар ҙа аҡ тирәк ултыртҡан. Ауыл бөткән, ырыу ағасы ҡалған. Әллә ҡайҙан уҡ күренеп, үҙенә саҡырып ултыра ул.

Минең тыуған ауылым Оло Моҡасты ла ошо ауылдарҙыҡы кеүек үк әсе яҙмыш көткән: үткән быуат аҙағында ул Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡты.

Мин бына йәнә мөһабәт тирәк янында баҫып торам. (Йыл да ҡайтам тыуған йорт нигеҙемә, тирәгем янына.) Алтмышҡа етеп барған ир башым менән ихтыярһыҙҙан күҙ йәштәремә юл ҡуям. Бит алмаларым буйлап тоҙло тамсылар тәгәрәй. Тирә-яғыма ҡарайым: бер йорт та күренмәй. Тик көнсығышта, бер саҡырым алыҫлыҡта, Моҡас тауы менән Ҡыҙҙар тауы ғына һаман бирешмәй ғорур ултыра. Төньяҡта Нәтәҙе тауы әллә ҡайҙан уҡ күгәреп ята… Тирәк ҡалған, тауҙар теҙмәһе ҡалған, тик бына тыуған ауылым ғына юҡ… Ул бары тик минең йөрәгемдә генә йәшәүен дауам итә. Бер туҡтауһыҙ төштәремә инеп йөҙәтә. Гел шул бер сюжет: мин ҡыуана-ҡыуана ауылыма ҡайтып киләм: «Ана, бөтмәгән дә инде тыуған ауылым. Бар бит минең Моҡасым, бар. Ҡалай ҙа ҡыуаныс! Хатта ауылдаштарым яңы йорттар күтәргән. Былай булғас, мин дә йәшәргә ҡайтам инде». Ҡапыл тертләп уянам, был юлы ла алдаҡ төш икәне башыма барып етә. Йөрәкте һыҙлау ала. Йыш ҡабатлана был төштәр.

Эйе, тыуған ауылым бөттө, ә Ғәйфулла бабайым ултыртҡан тирәк ҡалды. Һаман да үҫеп ултыра ул, йыл да мамығын осора. Етмәһә, уның ер аҫтынан алыҫҡа ебәргән тамырҙарынан йәш тирәктәр үҫеп сыҡҡан, улар бер сафҡа теҙелеп баҫҡан һалдаттарҙы хәтерләтә.

Килер бер заман шундай ваҡыт: мөһабәт тирәк гөрһөлдәп ергә ауыр, ә уға алмашҡа үҫеп сыҡҡан тирәктәр, һаман да ырыу ҡотон һаҡлап, үҫеп ултырыр. Ауылды бөтөрөп була, әммә ләкин халыҡтың нәҫел тамырын ҡоротоп булмай. Әгәр ул тирәк кеүек үрсемле булһа.
Читайте нас: