Все новости
Шәжәрә
3 Декабря 2019, 11:02

Шәжәрә өйрәнәләр

Ермолаевоның «Батыр» балалар баҡсаһында матур сара — Шәжәрә байрамы үтте. Ата-әсәләр һәм кескәйҙәр йәмле сараға бик ныҡ һәм етди әҙерләнгәне әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташлана. Һәр сығыш яһаусы ғаилә — Семеновтар, Келовтар, Аҡбулатовтар һәм Тумановтар үҙҙәренең тамырҙарын, нәҫелдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеүен оҫта күрһәтте.
Балалар баҡсаһынан уҡ үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, үҙеңдең тамырҙарыңды белергә һәм улар менән ғорурланырға өйрәтеү баһалап бөткөһөҙ. Был эште «Батыр» тәрбиәсәләре бик оҫта башҡара.
Был көндө Шәжәрә байрамында ҡатнашыусы һәр ғаилә еңеүсе тип табылды һәм улаҙың барыһына ла бүләктәр тапшырылды.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: