Əсəйебеҙ тырышып беҙҙе үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙы. Ғəзизебеҙ беҙҙең именлегебеҙгə, донъяның тыныслығына бағышлап иртə таңдан доғалар уҡый, беҙгə оло рəхмəтле. Əсəйебеҙ ҡалған балаларына, ейəн-ейəнсəрҙəренə тəрбиə биреп, беҙҙең менəн бəхəтле йəшəй. Сентябрҙə ҡəҙерлебеҙгə 99 йəш тула. Рəшит, Урал ағайҙарыбыҙ, Гөлсинə апайыбыҙ, Рəмил ҡустыбыҙ, əсəйебеҙ менəн ғорурланып, тормоштоң һəр бер көнөнə ҡыуанып йəшəйбеҙ! Мəхмүтовтар ғаилəһендə 19 ейəн ейəнсəрҙəргə һəм 22 бүлə-бүлəсəргə ғүмер бүлəк ителгəн”, - ти Гөлсөм апай.