Все новости
Шәжәрә
22 Марта 2022, 16:35

Китапты уҡырға яҙһын

Мөҙәрис Сафин Ауырғазы районында ниндәй ауыл бар, барыһының да тарихы тураһында китаптар сығарып бөтә яҙғандыр ул.

Китапты уҡырға яҙһын
Китапты уҡырға яҙһын

Бигерәк тә сыуаш ауылдары тураһында. Керәүле-Илюшкин ауылы ла уға ошо йәһәтттән ҡыҙыҡ: бындағы халыҡ нисек йәшәй, ниндәй йолалары бар, тарихтары ҡайҙан башланған... Мөҙәрис Харис улы менән бергә бөгөн Керәүлегә тарихсы Вячеслав Ерохин да килгән. Әле ауылдарҙың үткәненә бәйле документтарҙы өйрәнәләр. Маҡсаттары - китап сығарыу. Бигерәк изге эш, тиҙҙән ҡулыбыҙға типография буяуы еҫтәре аңҡып торған бынамын тигән китапты ҡулға алырға яҙһын - Керәүле яҡтары сыуаштары тарихы.

Сит ерҙәрҙә күп йөрөп, тыуған Керәүлеһенә ҡайтҡан Анатолий Ефремов Стәрлетамаҡтан һәм Федоровка районынан килгән тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ярҙам итә. Килегеҙ тинеләр беҙгә, үҙегеҙ күрергеҙ нисек эшләгәнде. Беҙҙең яуап ҡыҫҡа булды- Ярар.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: