Яҡуп ауылында дөйөм йыйылыш үтте. Унда ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов, эштәр идарасыһы Гөлшат Бикмаева ҡатнашты.
Сходта иң төп мәсьәлә көтөү булды. Күмәкләшеп һөйләшкәс, быйыл да йылдағыса сират менән көтөргә һөйләштек. Көтөүҙе өс йыл инде сират менән көтәбеҙ, халыҡ бының менән риза. Был эште көйләүсе итеп тағы ла Булат Килмәтов һайланды. Шулай уҡ ППМИ программаһы буйынса быйыл тракторға КУН-10 сүмесле тейәгесен алырға тип һөйләштек. Бының өсөн бүленгән аҡсаға өҫтәр өсөн һәр бер йорттан 200-шәр һум аҡса йыясаҡбыҙ.
Ауылыбыҙ урамдарын, йорт тирәләрен сүп-сарҙан таҙартыу эше хаҡында ла кәңәшләштек. Әммә бында бер проблема килеп тыуа. Ауылда ташландыҡ йорттар тора. Уларҙың тирә-яғын, кипкән үләндәрен бер кем дә йыйыштырмай. Шул уҡ ваҡытта был йорттарҙың хужалары бар: береһе Күмертауҙа, икенсеһе Санкт-Петербургта йәшәй. Йорттарын килеп ситтән генә күҙәтеп торалар ҙа, кире китәләр. Бер ҙә генә уның тирә-яғын йыйыштырайыҡ тимәйҙәр. Шуға күрә уларға хат юлларға булдыҡ. Йорт алдын баҫып алған ҡоро үләнгә ут ҡапһа, хоҙай күрһәтмәһен, янғын сығыу ҡурҡынысы бар бит. Янғын тигәндәй, ундай хәл була ҡалһа, уны һүндерер өсөн ҡул аҫтында бер нәмәбеҙ юҡ. Шуға күрә берәй нисек арба менән күп кенә һыу һыйҙырышлы һауыт хәстәрләр кәрәк ине (помпаһы бар беҙҙә), тип тә һөйләштек.
Ауыл юлының насар булыу мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Асфальт бөтөп бара. Ҡырсын түшәп булһа ла, юлды йүнәтергә кәрәк. Ҡырсынға йыраҡ йөрөргә түгел, эргәлә генә. Ауылда бер нисә кешенең шәхси йөк машиналары бар. Шулар менән һөйләшеп, урам юлын тәртипкә килтереп ҡуйырға кәңәшләштек. Малдарҙың көтөүһеҙ йөрөүен булдырмау тураһында ла һөйләшелде сходта. Былтыр яҙ көнө малдарға бирка ҡуйған булғайнылар, уныһы әллә ҡасан йыуылып та бөттө инде. Шул бирканы ла икенсе төрлө эшләһендәр ине. Кемдең малы көтөүһеҙ йөрөгәнен белеүе рәхәт булыр ине, исмаһам. Шулай итеп, ауылыбыҙ сходында бер юлы бик күп мәсьәлә тикшерелде.