Районыбыҙ ауылдарында сходтар башланды. Тәүгеләрҙән булып бындай осрашыуҙарҙы үткән йома көндө Илкәнәй ауыл советы башланы.
Йомағужа, Яңы Муса, Бәләкәй Муса ауылдарында үткән сходтарҙа район советы секретары Әхәт Исламғолов ҡатнашһа, Илкәнәйҙәге йыйылышта район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов та булды.
Әхәт Йәүҙәт улы район буйынса эштәрҙе, уңыштарҙы барланы, булған проблемаларға ла туҡталып китте.
Илкәнәйҙә - 289 кеше, Йомағужа ауылында - 160, Бәләкәй Мусала - 137, Яңы Мусала - 299, ә Ҡарағайҙа барлығы 40 кеше йәшәй. Һәр ауылдың халҡы алдында Тимур Насибулла улы Иҙрисов үткән йылда башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
- Ауыл советы буйынса 2018 йылда күп кенә файҙалы эштәр башҡарылды. Илкәнәйҙә 500 метрҙан артыҡ ергә ҙур суммаға асфальт түшәлде. Шулай уҡ ауыл уртаһындағы элекке ашхана емерек ултыра ине, уны һүтеп, урынын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл халҡы менән Йомағужа зыяратын кәртәләп ҡуйҙыҡ. Ҡарағай ауылында һыу насосы янғайны, уны алмаштырҙыҡ. Яңы Муса ауылында юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтланыҡ. Бәләкәй Мусала фельдшер-акушерлыҡ пункты кәртәләнде, шулай уҡ бында зыярат та уратылды. Был эштәрҙә һәр кем тырышлыҡ күрһәтте. Сәскәлек урамының 600 метр юлын күтәрттек, - тине Тимур Насибулла улы.
Шулай уҡ ауыл советы башлығы урмандарҙағы ҡоро-һары, йығылған ағастарҙы йыйырға рөхсәт иткән закон хаҡында аңлатты. Бөтөн халыҡты борсоған сүп-сар сығарыу мәсьәләһенә лә туҡтаны ул. Бар ерҙә лә халыҡ сүп-сарҙы һалыу өсөн контейнерҙарҙы ауыл ситенәрәк ҡуйырға кәрәклеге хаҡында әйтте.
Ауыл халҡының да һорауҙары күп булды. Илкәнәй ауылында Яр буйы урамында йәшәүсе Фәзилә Әбделмәнова инәй, яҙ булһа, һарайҙарымды һыу баҫа, ҡар һыуҙары китеп өлгөрһөн өсөн, ул тирәгә ҙурыраҡ диаметрлы торба һалығыҙ, тине.
Йомағужа ауылының Йәштәр урамында йәшәүселәрҙең дә һорауҙары булды. Бында урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы борсой күптәрҙе. Йорттар араһы йыраҡ булғас, өҫтәмә лампочкалар ҡуйыуҙы һоранылар улар. Шулай уҡ был урамға газ үткәреү, асфальт һалыу кеүек һорауҙар ҙа яңғыраны. Һыу башняһын да яңыртҡанда шәп булыр ине, тинеләр улар. Мәктәптең тәҙрәләрен яңыға алмаштырыу, шулай уҡ иҙән таҡталарының иҫкергәнлеген дә телгә алды Йомағужа халҡы. Мәктәптәге проблемаларҙы мотлаҡ район мәғариф бүлегенә еткерергә вәғәҙә бирҙе етәкселәр.
Бәләкәй Муса ауылының Сәскәлек урамына газ үткәреү кәрәклеге лә ситтә ҡалманы халыҡ менән осрашҡанда.
Етәкселәр янғын хәүефһеҙлеге хаҡында ла иҫкәртте йыйылышта. Ветеринар тарафынан да халыҡ өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр күп булды. Ул эттәргә, бесәйҙәргә чип ҡуйыла башлаясаҡтарын әйтте, был яңылыҡты барыһына ла аңлап ҡабул итеүҙәрен һораны.