Все новости
Сходтар
1 Марта 2019, 16:26

Рәхмәттәр ҙә әйтелде

Районыбыҙ ауылдарында сходтар дауам итә. Кисә бындай йыйылыш Таймаҫ ауылында үтте. Ауыл мәҙәниәт йортона халыҡ күп йыйылғайны. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин ҡатнашты. Ул район яңылыҡтары хаҡында һөйләне. Ауыл хужалығы буйынса яңы алымдар ҡулланып эшләргә, фермерҙарҙы заман һулышы менән бергә атларға әйҙәне. Төрлө программалар хаҡында ентекле аңлатты. Янғын хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләп, ут менән һаҡ булырға саҡырҙы.

Районыбыҙ ауылдарында сходтар дауам итә. Кисә бындай йыйылыш Таймаҫ ауылында үтте. Ауыл мәҙәниәт йортона халыҡ күп йыйылғайны. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин ҡатнашты. Ул район яңылыҡтары хаҡында һөйләне. Ауыл хужалығы буйынса яңы алымдар ҡулланып эшләргә, фермерҙарҙы заман һулышы менән бергә атларға әйҙәне. Төрлө программалар хаҡында ентекле аңлатты. Янғын хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләп, ут менән һаҡ булырға саҡырҙы.

Артабан йыйылышты Таймаҫ ауылы советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев дауам итте.

- Үткән йыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса 1 млн 300 мең һумға янғын һүндереү машинаһы алдыҡ. Реаль эштәр программаһына ярашлы Таймаҫта 125 метр оҙонлоғонда һыу торбаларын алмаштырҙыҡ. Беҙҙең ауыл советына ҡараған ауылдарҙың урамдарына өҫтәмә рәүештә 16 яҡтылыҡ лампалары ҡуйҙыҡ. Быйыл тағы 21 яҡтыртҡыс өҫтәп ҡуйырға планлаштырабыҙ, - тип үткән йылға йомғаҡ яһаны Ильяс Искәндәр улы.

Шулай уҡ участковый Илдар Юлдыбаев та йыйылышта ентекле отчет тотоп, ялған араҡылар һатыу тыйылыуы хаҡында аңлатты. Фермерҙар Айрат Әлмөхәмәтов, Илья Белик, Мөнир Мәһәҙиев, Юлай Юлдыбаевтар ҙа халыҡ алдында һүҙ тотто. Улар пай ерҙәренә ҡағылышлы, дивиденд буйынса сығыш яһанылар. Ветеринар Марат Йәрмөхәмәтов та халыҡ һорауҙарына яуап бирҙе, эттәргә, бесәйҙәргә чип ҡуйыла башлауын әйтте.

Яңы Таймаҫтарҙы һыу торбаларының иҫке булыуы борсоно. Ауыл советы хакимиәте башлығы быйыл урындағы башланғыстар программаһы буйынса был торбалар яңыртыласағы хаҡында әйтте. Был тәҡдимде халыҡ берҙәм күтәрҙе һәм һәр йорттан аҡса йыйырға ризалыҡ белдерҙе. Мәсеткә ремонт кәрәклеген дә әйттеләр таймаҫтар. Халыҡты урмандарҙағы ҡоро-һары, йығылған ағастарҙы йыйырға ярау хаҡындағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырҙы. Улар бындай ағастарҙы йыйыр алдынан кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрклеге хаҡында тулы мәғлүмәттәр алды. Шулай уҡ сүп-сар сығарыу мәсьәләһенә лә ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны.

Йыйылышта халыҡ ауыл фельдшерҙары Луиза Солтангәрәева менән Фирүзә Юлаеваның эштәре менән ҡәнәғәт булыуҙарын әйттеләр һәм уларҙы рәхмәт һүҙҙәре менән көслө алҡыштарға күмделәр. Шулай уҡ ветеринар Марат Йәрмөхәмәтов эшен дә ыңғай баһалап, рәхмәттәр әйтте таймаҫтар.

Осрашыу аҙағында ағинәйҙәр ҙә сығыш яһаны. Был ойошманың рәйесе Рәйлә Мәһәҙиева йәштәрҙе ауылда ҡалырға һәм үҙ ерҙәрендәге хужалыҡтарҙа эшләргә өндәне. Себер аҡсаһын мал аҫрап та табырға булыуы хаҡында әйтеп, иң мөһиме татыу һәм берҙәм йәшәргә саҡырҙы ауылдаштарын.

Халыҡ менән йыйылыш Таймаҫ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән матур концерт менән тамамланды. Халыҡ оҙаҡ барған һөйләшеүҙән һуң рәхәтләнеп ял итеп таралышты.
Читайте нас: