Все новости
Сходтар
1 Марта 2019, 16:03

Сират Илкәнәй зыяратына

Илкәнәй ауылы биләмәһенә ҡараған Йомағужа, Яңы Муса, Бәләкәй Муса ауылдарындағы зыяраттар ауыл советы, төрлө программалар һәм ауыл халҡы ярҙамы менән кәртәләнде.

Илкәнәй ауылы биләмәһенә ҡараған Йомағужа, Яңы Муса, Бәләкәй Муса ауылдарындағы зыяраттар ауыл советы, төрлө программалар һәм ауыл халҡы ярҙамы менән кәртәләнде. Быйыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Илкәнәй зыяратын да кәртәләп ҡуйырбыҙ, тип ышанабыҙ. Был тәҡдимде халыҡ та берҙәм күтәреп алды һәм изге эш өсөн һәр йорттан 1-әр мең һум аҡса йыйырға теләк белдерҙе. Шулай уҡ тағы 60 меңен фермерыбыҙ Илшат Мәзитов бирә, 60 меңе урындағы бюджеттан булһа, 220 мең һумды программа буйынса хөкүмәт бирәсәк.
Читайте нас: