Үткән аҙнала Түкән ауылында сход булды. Унда райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова ҡатнашты.
Сходҡа халыҡ күп кенә йыйылғайны. Иң тәүҙә Сания Миңләхмәт ҡыҙы эшләнгән эштәр буйынса матур итеп һөйләне. Аллаға шөкөр, үткән йылда эштәр күп эшләнгән, беҙҙең урыҫ зыяратын да киңәйтеп, кәртәләп ҡуйҙылар. Участковый Илдар Юлдыбаев отчет менән сығыш яһаны. Рәүеф Шәймарҙан улы үҙенең сығышында эскелек булдырмаҫҡа, ауылда мал аҫрарға, баҡса үҫтерергә кәрәклеге хаҡында әйтеп үтте.
«Түкән» хужалығы етәксеһе Сергей Лобановтың: «Әгәр ярҙам булһа, һыйыр малы үрсетеү өсөн ферманы яңынан тергеҙергә кәрәк», тип әйткәне бигерәк тә һөйөндөрҙө. Ауылда мал тотоусыларҙың кәмеүенә борсолоу белдерҙе ул. «Пенсионерҙарҙың малы кәмене», - тине ул. Ысынлап та, ауылыбыҙҙа хәҙер күбеһенсә оло йәштәгеләр генә ҡалды. Сергей Лобанов бесәнде сабып та бирә, алып та килә, рәхмәт төшкөрө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, оло кешегә мал тотоуы еңел түгел шул. Бигерәк тә ошондай бурандарҙа ауыр. Шулай уҡ был йыйылышта Сергей Николаевич байрамдар уңайынан барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә Почет грамоталары һәм аҡсалата премия тапшырҙы. Кешеләрҙең дәртләнеп китеүе, ҡыуаныуы шунда уҡ күренде. Фермерҙар — Роберт Әкбәров, Азамат Дәминев, Эдуард Лобанов һәм Денис Дмитриенко грамоталы, бик шыма ғына итеп отчет бирҙеләр.
Залдан һорау биреүселәр булманы тиерлек, тик малдарҙы мал һуйыу цехына алып барыуы ҡыйын булыуы хаҡында ғына белдерҙеләр. Был һорауҙы Р. Намаҙғолов яҙып алды. «Юшатыр» гәзите Түкән ауылы медпункты хаҡында яҙып сыҡҡайны бит әле. Сания Миңләхмәт ҡыҙы: «Иң тәүге сиратта медпунктҡа һәм клубҡа ремонт эшләргә тырышасаҡбыҙ», - тип тә ҡыуандырҙы.