Все новости
Сходтар
15 Марта 2019, 13:26

Яҡшыға ышаналар

Кисә Свобода ауылында сход уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡатнашты.

Кисә Свобода ауылында сход уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡатнашты.

Сходта Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Сәйетбатталова отчет доклады менән сығыш яһаны. Участковый Илдар Юлдыбаев та сығышында төрлө проблемалар хаҡында телмәр тотто. Аҙаҡ, малым юғалды, тип йөрөмәҫ өсөн, малдарҙы көтөүһеҙ йөрөтмәҫкә кәрәкмәгәнлегенә баҫым яһаны ул.

Ауыл советы депутаты, ҡарттар йорто етәксеһе Әҡсән Ҡаҙаҡбаев та һүҙ алып, ауылда халыҡтың кәмеүгә табан барыуына борсолоуын белдерҙе. «Беҙҙә клуб та, магазин да, мәктәп тә, балалар баҡсаһы менән дауахана ла бар. Әйҙә, рәхәтләнеп йәшә лә ят. Халыҡты ауылға йәлеп итергә кәрәк. Ҡарттар йортонда ла әбей-бабайҙар һаны күбәйһә, эш урындарын да арттыр инек»,- ти ул.

Шулай уҡ сходта буш торған биналарға хужа табып, берәй эш асып ебәргәндә яҡшы булыр ине, тигән фекерҙәр яңғыраны. Сүп-сарҙы йыйыу, уның өсөн түләү мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы халыҡты. Быларҙың барыһына ла тулы яуап алды улар. Түкәндән килгән юлға ҡасандыр ҡырсын түшәп, ремонтлап ҡуйғандар ине, әммә был юл ҡәнәғәтләндерерлек түгел, сифатһыҙ, тип тә һуҡранды сходтағылар. Был мәсьәләне лә хәл итергә тырышасаҡтарын белдерҙе етәкселәр. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, шулай итеп, күмәкләп тырышҡанда, ауылдар ҙа бөтмәҫ, ә артабан да гөрләп торор, тип, тик яҡшы киләсәккә ышана свободалар.
Читайте нас: