Ауылдарҙа әле сходтар мәле. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов 8 августа үҙенең эш командаһы менән Ҡотлоюлға килде.
- Һаумыһығыҙ! Тормош көтөп буламы? - тип сәләмләне ауыл халҡын Юлай Талха улы.
- Тормошо ла ауыл мәшәҡәте менән бергә инде, - тип яуапланы ҡотлоюлдар һәм алғараҡ үтеп ултырырға ҡушһалар ҙа: «Беҙгә киске һауынға китергә ваҡыт етә», - тип ситтән генә урынлаштылар. Эйе, ауыл халҡының ялы ла, байрамы ла юҡ шул, һәр ваҡыт ниндәйҙер эше көтөп тора.
Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов эшләнгән эштәр буйынса отчет биреп, киләсәк пландар менән таныштырып үтеп, янғын хәүефһеҙлеге хаҡында иҫкәрткәс, һүҙҙе район Советы секретары Әхәт Исламғолов алды:
- Бөтөн ауылда ла бер үк тиерлек проблемалар: көтөүһеҙ йөрөгән мал, бәйһеҙ эттәр. Малың бар икән, ул көтөүҙә йөрөһөн йәки ҡурала торһон. Этегеҙ кәрәкмәй икән, силсәүиткә шылтыратып әйтегеҙ иң тәүҙә, был эш менән шөғөлләнеүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре килеп алып китер. Ҡотлоюлда күптән байрам булғаны юҡ. Байрам булһа, ауылдар йәмләнеп ҡала. Ауылды матурлар өсөн дә кәрәк байрамдар, - тине һәм һайлауҙарға килергә саҡырҙы.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин ауыл хужалығы өлкәһенең уңыштары, проблемалары хаҡында бәйән итте. «Хөкүмәт ауыл хужалығына ярҙам итә, төрлө программалар эшләй. Эре хужалыҡтарҙа һәм шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны кәмей. Шулай уҡ ауыл халҡы өсөн эт тә, бесәй ҙә малға керә. Улар ҙа биркалы булырға тейеш. Әгәр эт һеҙҙең дуҫығыҙ икән, бәйҙә торһон. Үлгән малдарығыҙҙы ла мал зыяратына алып барыр кәрәк», - тине.
Юнир Ирек улы: «Ҡотлоюлда эттәр менән проблема юҡ. Араҡы һатыусыларҙың исемлеген бирҙек. Туҡтатығыҙ халыҡты ағыуларға, күпме кеше үлде, зәғифләнде», - тип һүҙҙе участковыйға бирҙе. Азат Манғотов араҡы һатыусылар исемлеге йылдан-йыл артып барыуы тураһында әйтте. Штраф, енәйәт эше асылыуы хаҡында иҫкәртте. Төрлө мут әҙәмдәрҙән, электрик йәки газовик булып килгәндәрҙән алданмаҫҡа өндәне.
Юлай Талха улы ла һүҙ алып: «Әле 5 ай ғына эшләйем. Был ваҡытта әллә ни эштәр ҙә атҡарып өлгөрөп булмай, әлбиттә. Райондың бер нисә юлына асфальт түшәтергә, спирт заводына яңынан йән өрөргә һөйләшелде», - тине, сүп-сар реформаһына ҡағылышлы мәсьәләне лә онотманы. Ҡотлоюлдарҙың доклад һөйләүселәргә бер ниндәй ҙә һорауы булмағас, 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Рәйсә һәм Риф Боҫҡановтарҙы ҡотлауға күстеләр. Был ғаилә тураһында бик күп матур һүҙҙәр әйтелде. Сход тамамланғас ҡына Юлай Талха улына килеп: «Ҡотлоюлға бер ҡасан да грейдер килеп етмәй, заявка юҡ, тип китә лә баралар», - тип зарландылар. Район башлығы телефондан шылтыратып, был мәсьәләне шунда уҡ хәл итте.
Был көндө сход Абдулда ла үтте. Абдулдар йыйылышҡа бик дәррәү йыйылған ине. Бында ла сығыш яһаусылар юғарыла әйтелгәндәрҙең барыһын да яңынан ҡабатлағас, ауыл халҡы бер-бер артлы һорауҙарын яуҙыра ла башланы. Уларға район башлығы яуап бирҙе.
- Беҙҙә кәрәҙле бәйләнеш насар тота, хатта, кәрәк ваҡытта тиҙ ярҙам машинаһын да саҡыртып булмай. Путин да әйтте бит, 2021 йылға һәр ауылда бәйләнеш булырға тейеш, тип. Нишләп һаман был эште көйләмәйҙәр?
- Кәрәҙле бәйләнеш операторҙарына файҙа килтермәй икән, улар килмәйәсәк, уларҙы көсләп килтереп тә булмай. Был мәсьәлә менән тағы шөғөлләнеп ҡарарбыҙ, бик тә булмаһа, Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр.
- 2018 йылда үҙәк урамда асфальт була тип әйткәйнеләр бит, йәй үтеп бара, асфальт тураһында һүҙ ҙә юҡ.
- Был турала беҙ белмәйбеҙ. Программаларҙа ҡатнашырбыҙ, әммә уның өсөн проект эшләү бик ҡыйбатҡа төшә. Шуға ла район хакимиәтендә бындай проекттар менән шөғөлләнеүсе бүлек булдырҙыҡ. Таныштарығыҙ булһа, әйтегеҙ, эшкә килһендәр. Абдул кешеһе булһа, иң тәүҙә һеҙҙе ҡарар.
- Ауылға ҡайтығыҙ, тиҙәр. Колхоз кешеһенең эш хаҡын күтәрһәләр, ҡайтырҙар ине, ауыл бөтмәҫ ине.
- Был һорауҙы мин генә хәл итә алмайым, уны Путинға бирер кәрәк.
- Сүп-сар йыйыусы машина график буйынса килмәй, ҡый йыйылып китә, йә килһәләр ҙә бар сүп-сарҙы алып китмәйҙәр.
- Әле генә башланған сүп реформаһына бәйле проблема һәр ерҙә күҙәтелә. 35-70 һум түләү аҙ. Күберәк түләһәк, күберәк килерҙәр ине. Шуға күрә тариф күтәрелеүе бар.
- 8 ауылға 1 маршрут Газеле йөрөй. Урын булмай, йә килмәй. Ошо һорауҙы берәй нисек хәл итеп булмаҫмы?
Юнир Сынбулатов: «Әйүповтың Газелдәре иҫкерҙе. Бына һеҙҙең аранан берәү Газель алһын да, эшләһен. 5 тин бирмәйенсә, 10 тин эшләп булмай», - тине был һорауға.
- Шәхси эшҡыуар йөрөй бит, ҡайҙа аҡса килә, шунда йөрөй инде ул. Бөтөнләй йөрөмәҫкә лә хоҡуғы бар. «Башавтотранс»ҡа яҙып ҡарармын. Юнир Ирек улының идеяһы шәп. Бына һеҙгә эш тә, эш хаҡы ла буласаҡ, - тине Юлай Талха улы.
- Юлыбыҙ бигерәк насар. Тиҙҙән Газелдәр ҙә йөрөмәй башлар әле. Грейдер үтһә һәйбәт тә ул. Йышыраҡ килегеҙ шулай, юлдарыбыҙ ҙа яҡшырыр, - тип ҡысҡырҙылар залдан.
Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Зөлфирә Усманова:
- Шөкөр, Абдул йәшәй. Мәктәп тә, клуб та, мәсет тә гөрләп тора. Беҙҙең ағинәйҙәр ҙә әүҙем. Тик эскелек проблемаһы ғына борсой. 1-2 ғаиләне араҡы һатыуҙан туҡтатып булмай. Һөйләшеп тә ҡараныҡ, 50-шәр мең штраф та һалдылар. Улар штрафты түләйҙәр ҙә, артабан эштәрен башҡаралар. Беҙгә участковыйҙың телефон номеры кәрәк. Эскелек булмаһа, юл булһа, ауыл йәшәйәсәк. Юл һалығыҙ беҙгә, - тине.
- Участковыйға шылтыратабыҙ икән, килһендәр, - тине, уның һүҙҙәрен йөпләп залдан берәү.
- Участковыйҙар өлгөрә алмай. Уларҙы былай ҙа ҡыҫҡартып бөттөләр, тигән яуапҡа теге кеше:
- Беҙгә ул бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Беҙ шылтыратабыҙ икән, килһен. Беҙ һеҙҙең зарҙы тыңларға килмәнек, һеҙ беҙҙең зарҙы тыңларға килдегеҙ. Һеҙҙең проблема беҙгә кәрәкмәй. Ул һеҙҙең эшегеҙ, - тип ҡыҙып китте.
Шулай итеп Абдул ауылы сходы бик йәнле, ҡыҙыу барҙы. «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафинға ла: «Һалам өйөмдәре ята, ашлама пакеттары осоп йөрөй», - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. «Һаламдың зыяны юҡ, ә пакеттар буйынса тәртип булыр», - тине Рәмил Ғиниәт улы.
Йыйылыш һуңында Юнир Ирек улы ППМИ программаһы буйынса зыярат кәртәләрен алмаштырыу буйынса аукцион үтте, тиҙҙән эш башланыр, тине.