Cход үткәрергә сират Ҡансыраға етте. Бында ла ауыл башлығының доклады, килгән власть вәкилдәренең сығышы тыңланды. Барыһы ла тышта башҡарылды - клубта ремонт бара, реаль эштәр программаһы буйынса ишек-тәҙрәләрен яңырталар. Ямғыр һибәләңкерәп аҙыраҡ әҙәмде ҡурҡытып алһа ла, ныҡлап яуманы. Бәлки, яуырға кәрәк булғандыр, йыйылған халыҡтың ҡыҙыулығын баҫырға. Көтөү ерҙәрен ниңә фермерҙарға биреп бөтәһегеҙ ул, тип даулаштылар. Беҙгә ҡайҙа малды ҡыуырға? Һыу мәсьәләһе бик ҡырҡыу - бер урамда йәй буйы һыу тигәнде күрмәйҙәр тиерлек. Йәй көнө һыу етмәй, ә ҡышын һыу ағып ята, ҡайҙа итергә белмәйбеҙ, тиҙәр. Күмертау эргәлә генә, цивилизацияға яҡын йәшәйәбеҙ, ә телефон менән һөйләшеп тә булмай - кәрәҙле бәйләнеш юҡ. Ә юлды ҡарағыҙ, ҡышын тулыһынса ҡар тултыра ла китә, беҙҙә ел ныҡ көслө иҫә, ҡалаға илткән юлды күтәртергә кәрәк.
«Буш торған, документы булмаған ерҙәрҙе кем һорай, шуға бирәсәкбеҙ», - тип тә аңлатып ҡаранылар халыҡҡа, әммә улар барыбер үҙҙәренекен тылҡынылар, тынысланырға уйламанылар ҙа.
Шәбағышта ла йыйылыш булды. Нәүғәт Хисмәтуллин ауыл хужалығы хаҡында бында ла төплө генә һөйләне. Малдар кәмей, һөт тә кәмене - «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе» лә, «А7 Агро» ла фермаларын юҡҡа сығарҙы, мал тотоуҙың файҙаһы юҡ, тинеләр. «Ә бит хөкүмәт ауылға йөҙ менән боролдо - «Ауылдарҙы тотороҡло үҫтереү» программаһына ике триллиондан ашыу аҡса бүленде, Башҡортостанға - миллиард һум. Әйҙә, бизнес план төҙө лә эшлә генә. Юғиһә, торалар ҙа, ана, ситтән килгәнгә ер бирәһегеҙ, тип халыҡ дошманына сығарып ҡуяһығыҙ беҙҙе. Бесәнлектәрҙе, көтөүлектәрҙе рәсмиләштерегеҙ, тип 2006 йылдан алып һөйләйем, әммә ҡансыралар был турала әлеге генә ишеткән кеүектәр. Элек мал да күп булды, бөтә тирә-яҡ сәселде, шулай булһа ла көтөүлеге лә, бесәнлеге лә етте», - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.
Район башлығы Юлай Ильясов та ошоларҙы әйтте. Миңә булдыҡлы кешеләр кәрәк, мәҫәлән, проект-смета документтарын төҙөргә, эш бар, килегеҙ, ярҙам итегеҙ районға. Тротуар кәрәк икән, төрлө программаларҙа ҡатнашып, аҡса табырға кәрәк. Ундай программалар буйынса ярҙам күп бит, тинеләр шәбағыштарға. Ауылдың балалар баҡсаһы, мөдире силсәүит беҙгә ярҙам итмәй, тип зарланды. Балалар баҡсаһына ярҙам итергә силсәүиттең аҡсаһы юҡ, ул мәғарифҡа ҡарай, шуға күрә барлыҡ ярҙамды шунан һорарға кәрәклеге хаҡында әйттеләр һәм мәғариф министрлығына, спонсорҙарға сығып кәрәкле ярҙам һорарға ярҙам итербеҙ, тине Юлай Талха улы.
Шулай уҡ Шәбағыш халҡы тыҡрыҡты ябып ҡуйҙығыҙ, урап йөрөүе ҡыйын, киренән асығыҙ, тип мөрәжәғәт итте. Был проблеманы ла берәй нисек хәл итергә вәғәҙә ителде. Медпунктта физкабинет бар, әммә ул эшләмәй. Физкабинетта эшләргә теләгән кеше лә бар, әммә уны уҡытыу өсөн аҡса юҡ, тинеләр. Был һорау буйынса ла быйыл булмаһа, икенсе йылға ярҙам итәсәкбеҙ, тиелде.