Все новости
Сходтар
14 Августа 2019, 11:48

Яуаптар табылды

Сходтар эпопеяһы дауам итә. 9 августа район башлығын Холодный Ключта ҡаршы алдылар. Һәр ерҙәгесә, ауыл биләмәһе башлығының отчетын тыңланылар тәүҙә. Әлфиә Ханбәкова нимәләр башҡарып өлгөргәндәр, шуларҙы теҙҙе, булған проблемаларҙы әйтте: һыу өсөн халыҡ насар түләй, бер йортҡа 120 һум, бурыс байтаҡ йыйылып киткән. «Сүп контейнеры ташып ултыра, кемдер бер диваны менән тултырып ҡуйған осраҡтар ҙа бар, айына бер килеп алғас, өлгөрмәйҙәр, тиҙҙән контейнерҙар һанын арттырабыҙ. Тиҙҙән, шулай уҡ, ауыл урамдарына ҡырсын түшәләсәк, бағаналағы уттар яңырасаҡ, транспорт проблемаһы бар», тине. Транспортҡа бәйле проблеманы хәл итер өсөн шәхси эшҡыуар Альфред Әйүповҡа һорау бирелде. Ул 19 августан Күмертау-Шәбағыш — Холодный Ключ — Маяҡ маршруты буйынса көнөнә 2 тапҡыр Газель йөрөтә башлайым, тип вәғәҙә бирҙе.

Юлай Ильясов ҡыҫҡаса үҙе эшләгән дәүергә байҡау яһаны (уларҙы күп яҙҙыҡ), төп әйткәне: бер нимә лә вәғәҙә итмәйем, тик район өсөн барлыҡ көсөмдө, энергиямды йәлләмәйәсәкмен, тине. «Мал зыяраттарының күбеһе тулы. Шул проблеманан сығыу өсөн районда инсинератор (үлгән малды 800 градус температурала көлгә ҡалғансы яндыра торған мейес) эшен йүнләр кәрәк», - тине. Район Советы сәркәтибе Әхәт Исламғолов та үҙ һүҙен әйтте: клубығыҙға аппаратура бүләк итәсәкмен.

Залдан һорауҙар булды: нисәмә йылдар Холодный Ключ юлын ҡышын таҙартығыҙ, тип инәләбеҙ, беҙҙе ишетмәйҙәр, шуны хәл итеп ҡуйығыҙ әле? Һыу өсөн түләү тигәндән, «Ватан» хужалығы ла ошо насос качать иткән һыуҙы ала, ниңә ул бер тин дә түләмәй? Уның өсөн ауылдың пенсионерҙары түләргә тейешме? Юлай Талха улы был һорауҙарҙы асыҡлармын, тине. Минең өйҙә һыу юҡ, һыуға колонкаға йөрөйөм. Һыу өсөн түләргә тейешменме, тип һораны берәү. Һыуҙы бит шул уҡ насос качать итә, шулай булғас түләйһегеҙ инде, тигән яуап булды. Шулай уҡ бесәнлеккә бәйле һорауға ла яуап тапты Холодный Ключ халҡы был сходта.
Читайте нас: