Бында бөгөн ҙур сара булды. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә - "Ғаилә консультацияһы". Ғаилә - ил тотҡаһы, улар ныҡ, имен булһа, тимәк, ҡалғаны ла яҡшы була.
Булғас-булғас, барыһы ла бергә булһын тигән кеүек, Яҡшымбәттә бөгөн сход та булды. Беҙҙең билдәле нарколог Эльвира Зиятдинова булды, ул эскелек темаһын йығылып ятып эскән кешенән дә яҡшыраҡ белә, ауылдаштар алдында үтемле телмәр тотто. Бер юлы донъяуи хәлдәргә лә туҡталдылар - тиҙҙән көтөү сыға.