Ял көнө шулай тип һорап шылтыраттылар.
- Булғанда булабыҙ, булмағанда - юҡ.
Районда ауылдар күп, һәр береһенә саба башлаһаң.... Хәйер, элегерәк саптыҡ, элекке башлыҡ бармай ҡара, әрләй торғайны, хәҙер беште ни ҙә, төштө ни, Башинформ яҙһа, Руссо Туристо төшөрһә - булды.
- Сходҡа йөрөмәһәгеҙ ҙә, төрлө кәңәшмәлә булаһығыҙ, әйтегеҙ әле начальниктарға: ауылда йәштәр ҡалмай бит. Пенсияға сыҡҡандар эшләп йөрөй, йәш быуын юҡ, алмаштырыр кеше юҡ. Ошо турала берәйһе уйлаймы икән?
Нимә тип яуап бирәһең, ярар тинек. Өмөтһөҙ генә. Беҙ әйтеү менән...
Бөгөн Абдулда булған сход. Унда йәштәр бөтә тигән һүҙ булғандырмы - яҙырбыҙ. Башинформ унда булғанмы - юҡ.