Төп иғтибар янғынға ҡаршы көрәш (абай булығыҙ, электр менән һаҡ эш итегеҙ, тышта ут төртмәгеҙ, мунса яҡҡанда, үтә ҡыҙыу яҡмағыҙ...), өмәләр һәм, әлбиттә, көтөү. Малдар яланға сыҡты, уларға күҙ-ҡолаҡ кәрәк.
Әйткәндәй, күрше өлкәләрҙә һыйыр-аттарҙы ҡыуып алып китә лә башлағандар, шуға полиция киҫәтә - малығыҙға хужа була белегеҙ. Былтыр сәлдерелгән малдарҙың береһен тапманыҡ, ҡараҡтарҙы ла тота алманыҡ.
Кисә Яңы Таймаҫта ла булған сход. Тышта, йылы ҡояш аҫтында. Темалар шул уҡ:, ер, ут, һыу, һауа.