Все новости
Социаль мөхит
23 Ноября 2016, 01:28

«УЛЫҒЫҘҘЫҢ ИСЕМЕ КЕМ?»

Донъяла төрлө әҙәмдәр бар. Яҡшыһы ла — яманы ла, аҡыллыһы ла — иҫәре лә, тыйнағы ла - аҙғыны ла.

Донъяла төрлө әҙәмдәр бар. Яҡшыһы ла — яманы ла, аҡыллыһы ла — иҫәре лә, тыйнағы ла - аҙғыны ла. Мәгәр бер ҡараштан, бер осрашыуҙан ғына кемдең кем икәнлеген белермен, тимә. Кешене белер өсөн бер бот тоҙ ашау ҙа аҙҙыр, моғайын...

Күптәнге танышымдың яңыраҡ һөйләгән бер хәбәре ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Дөрөҫөрәге, ғибрәт алырлыҡ күренеш. Өйләнмәй йөрөгән улы хаҡында бара ине һүҙ. Үткән осрағанында аҡыллы ғына бер ҡыҙ менән танышыуын, никах уҡытыуҙары хаҡында ҡыуанып һөйләгәйне.

– Ярай, әллә күпме аҡса түгеп туй яһап өлгөрмәнек. Йүнһеҙ, аҙғын булып сыҡты килен булған кеше, - тип башланы ул хәбәрен бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлен һорашҡандан һуң. – Ипле генә һөйләшкәс, баҫалҡы, әҙәпле ҡыҙҙыр, тип уйлағайным. Килһә-китһәләр, мине ҡосаҡлап үбеп өҙөлөп торған була. Эш мәнеһен дә белә үҙе, аш-һыуға ла оҫта. Тыштан ғына ялтыраған, күңеле боҙоҡ икән. Улым Себерҙә саҡта үҙенән әллә нисә йәшкә оло ир менән йөрөгән. Эшләгән ерендәге начальниктары, тип ишеттек аҙаҡтан, электән аралары яҡын булған, күрәһең. Минең малай хәлдең асығын белгәс, кәләшенән ҡырҡа баш тартты. Тегеһенең айырылышҡыһы килмәй ине бер ҙә.

Ярай, бисәләр бөтмәгәндер әле, үҙҙәре ирҙәрҙең муйынына аҫылынырға торалар. Яңыраҡ бер хәлгә аптыраным. Улым кисен йоҡларға ятҡандан һуң телефоны шылтыраны. Һөйләшкән хәбәренән яҙа-йоҙа ишетеп ҡалыуымса, бер иптәше булды, ахырыһы. Бер аҙҙан кейенеп сығып китте был. Төн уртаһында ғына ҡайтып керҙе, шыбырлап ҡына кем менәндер һөйләшә. Шунан иҫерек ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелеп ҡалғанға аптырап тын да алмай ҡолаҡ һалам. Залға үттеләр. Нимә тип өндәшәһең, малайҙы әйтәм, бала түгел, күптән ир ҡорона ингән. Таңға табан ишек ябылғанға уянып киттем. Урынымдан тороп ҡараһам, теге ҡатын-ҡыҙ заты тороп сығып киткән икән. Ишектән әллә ни йыраҡ түгел бәләкәй генә ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы ята. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай асып ҡараным. Документтар, асҡыстар, аҡса янсығы, ҡыйбатлы биҙәнеү әйберҙәре — бөтәһе лә тәртипле итеп үҙ урынына һалынған. Паспортын асып ҡараным. Атаҡ, минең улымдан 13 йәшкә оло ла баһа, ҡатын-ҡыҙ уртаһына еткән, үҫеп килгән 2 ҡыҙы, ире лә бар. Һәр хәлдә никах теркәлеүе тураһында мисәт баҫылған. Интернетҡа кереп «Бәйләнештә» сайтын асып ҡарайым. Оҙаҡ йылдар Себер яғында йәшәгән, әле ҡалала аҡсалы учреждениела һәйбәт вазифа биләй.

Төшкә яҡын ишек шаҡынылар. «Асығыҙ, зинһар, кисә мин һеҙҙә булғайным», - тигән тауышҡа асып ебәрһәм, матур кейенгән 2 ҡатын тора. «Бына сумкағыҙ, бөтә нәмәгеҙ ҙә бармы, ҡарағыҙ, һуңынан минән таптырып торорлоҡ булмаһын», - тим. «Фатир асҡысы ята, быныһы машинаныҡы...» Берәм-берәм әйбер-ҙәрен теүәлләгән, әле айнып та етмәгән ҡатын ҡыуанысынан мине ҡосаҡлап үбеп алды. «Рәхмәт инде һеҙгә, тағы килермен әле. Улығыҙҙың исеме кем?»

Ғәжәпләнеүҙән ни әйтергә белмәй бер килке өнһөҙ ҡалдым...

Читайте нас: