Все новости
Социаль мөхит
29 Ноября 2016, 03:04

«МЕНДЕЛЕЕВ ТАБЛИЦАҺЫ» ҺӘЙБӘТЕРӘКМЕ, ӘЛЛӘ ҮҘЕБЕҘҘЕКЕМЕ?

Батша Хөкүмәте заманында барлыҡҡа килгән «Башпотребсоюз»дың ябай булмаған, әммә данлы тарихы бар.

Батша Хөкүмәте заманында барлыҡҡа килгән «Башпотребсоюз»дың ябай булмаған, әммә данлы тарихы бар. Кооператорҙар ил өсөн иң ауыр йылдарҙы ла лайыҡлы күтәрә белде. Бөгөн дә еңелдән түгел, иҡтисади көрсөк ҡыҫа, етмәһә, конкуренция көслө. Шулай ҙа ул ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, бөгөнгө шарттарға яраҡлашып йәшәргә тырыша, район иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Башҡортостан кооператорҙары РФ Үҙәксоюзында иң алдынғы 10-ау (7-се урында) иҫәбендә.

«Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәм-ғиәте рәйесе Рәсимә Солтан ҡыҙы Бабченко уҙған йома Өфөлә Потреб-кооперацияның 100 йыллығына арналған байрам сараһында ҡатнашып ҡайтты. Кооперация өлкәһендә ул дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләһә, шуның 17 йылы етәксе вазифаһында. Үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен, проблемаларын яҡшы белә.

«Районда 42 магазин бар. Беҙ халыҡты сифатлы продукция менән тәьмин итергә тырышабыҙ, әммә сауҙа шәптән түгел. Халыҡ баҙарға һөт ризыҡтары һатырға барғанда аҙыҡ-түлекте ҡаланан тейәп алып ҡайта. (Аҡса ла, һалым да ситкә китә). Тоҙ, шырпы кеүек ваҡ-төйәк нәмә һатыр өсөн генә магазин тотоуҙан файҙа юҡ, үҙебеҙгә зыянға эшләйбеҙ. Оло юл буйында ултырған ауылдарҙа сауҙа зарланырлыҡ түгел. Мәҫәлән, Иҫке Отрадалағы «Мечта» кафеһы йәй көнө айына миллион һумдан ашыу табыш килтерә, - ти Р. Бабченко. - Икмәк бик үтмәй, ә кондитер изделиеларын һәйбәт алалар. Йылына бер нисә тиҫтә тонна колбаса һатыуға сығарабыҙ. Өҫтәмәләр ҡушылмай, тәбиғи продукт. Халыҡтан иттең килограмын 250 һумдан алғанда шуның ярты хаҡына торған колбаса буламы?


Конкуренция көслө, ул булырға тейеш, әммә сәләмәт ерлектә. Халыҡтан үҙебеҙҙең продукцияны алыуҙарын һорайбыҙ, сөнки һалымы район бюджетына китә, лайыҡлы пенсия алыуҙы ла гарантиялай. Килем ала алмағас, магазинды япмай ҡайҙа бараһың? Беҙ бит һалым түләйбеҙ, бинаны йылытабыҙ. Әле бына Айсыуаҡта халыҡ «магазин йылы булһын, беҙ унда барһаҡ, беҙ-беребеҙ менән һөйләшәбеҙ, аралашырға башҡа урын юҡ», тиҙәр».


Әҙерләү, етештереү, сауҙа тармаҡтарының һәммәһендә лә эш алып барырға тырыша районыбыҙ ҡулланыусылар йәмғиәте. Ауыл халҡынан ит, картуф, һөт, тире, ҡомалаҡ, дарыу үләндәре, макулатура — барыһын да һатып ала. Ит тигәндән, алыпһатарҙарға йәш мал ите генә кәрәк, олораҡ малды ярай әлеге шул райпо ҡабул итә. Икмәкте электән килгән рецепт буйынса ҡомалаҡ менән әсетеп бешерәләр. «Ҡомалаҡ табыуы ҡыйын түгел, йыйып килтереп тапшырған әбейҙәргә рәхмәт», - ти йәмғиәт рәйесе. Бөгөн кем йыбанмай, шул сауҙа итә. Халыҡҡа үҙ тауарын тәҡдим итеүсе эшҡыуарҙар муйындан. Эш урындары булмаһа ла, сауҙа нөктәләре аҙым һайын. Әллә нимәләр ҡушып яһалған, ҡарап тороуға күҙҙең яуын алырҙай ялтыр-йолтор ҡағыҙға төрөлгән ризыҡтар «мине ал да мине ал» тигән кеүек кешене үҙенә арбай. Икмәкте генә алайыҡ. Беренсе сортлы ондоң килоһы 18 һум торғанда ҡайҙан сыҡҡандыр ул буханкаһы 13-18 һумлыҡ икмәктәр? Ҡамырға ҡабарта, ағарта, тәмен яҡшырта торған нәмәләр ҡушыла. Ә колбасаға һуң? Республикабыҙ райондарында эш буйынса йөрөп ҡайтҡан бер етәксе заманса технологиялар буйынса 10 кг иттән 100 кг колбаса яһауҙарын аптырап һөйләгәйне: «Онға ниндәйҙер тәмләткес ҡушалар, 10 минуттан ул ваҡ ҡына май киҫәктәре кеүек кристалға әйләнде. Ә иткә нимәләр генә ҡушылмай, ҡыҫҡаһы, Менделеев таблицаһы».

Продукция етештереүҙә заманса әллә ниндәй ҡорамалдары булмаһа ла, беҙҙең райпоның күрһәткестәре насар түгел. Республикала 48 ҡулланыусылар йәмғиәте араһында ул тәүге 10-ау иҫәбендә. Рәсимә Солтан ҡыҙы әйтеүенсә, производство иҫәбенә тереклек итәләр. Ауылдарҙа табыш килтермәгән магазиндар ябылып бөттө. Райпола бөгөн 200-гә яҡын кеше эшләй.

Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙабыҙ, тип, арзанлы аҙыҡ-түлек һатып алып ашағансы (һуңынан ни эшләп ауырыйым, тип аптырайбыҙ), үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирһәк, һәйбәт булыр ине. Үҙебеҙҙеке тәмлерәк тә, сифатлы ла.

Читайте нас: