Рәсәйҙә 10 миллион тирәһе кеше дәүләттән «социаль ярҙам сараһы» күрә. Ундай социаль ярҙам төрҙәре беҙҙә яҡынса — 300. Бында федераль, региональ, муниципаль социаль ярҙамдарҙың барыһы ла: Әсәлек капиталынан алып, пенсионерҙарға өҫтәмә түләүҙәр һәм ҡайһы бер категория граждандарға льготалы юл хаҡы ла инә. Бюджетта аҡса кәмегәндән-кәмей бара, шуға күрә бындай социаль сараны ҡулланыусылар һаны ла кәмейәсәк, тип күҙаллай белгестәр.
«Социаль сәйәсәттең бойон-дороҡһоҙ институты» «Граждандар инициативаһы комитеты» заказы буйынса яҡын киләсәктә кемдәр дәүләт ярҙамына дәғүә итә аласаҡ, ә кемдәргә үҙ көсөнә генә таянырға тура киләсәк икәненә күҙәтеү яһаған. Бында төрлө компенсациялар, өҫтәмә түләүҙәр, субсидиялар тураһында һүҙ бара. Сағыштырыу өсөн әйткәндә, 2014 йылда федераль бюджет пенсия өсөн 1,56 трлн. һум сарыф итһә, социаль ярҙам саралары өсөн 1,2 трлн. һум аҡса тотонолған.
Ә проблема нимәлә һуң? Миҫалға күп балалы ғаиләләрҙе генә алайыҡ. Ҡайһы бер күп балалы ғаиләләргә ошо бәләкәй генә социаль ярҙам бары сүп кенә, ә ҡайһыларына ул ысынында ла ҙур ярҙам булып тора. Шуға ла эксперттар, социаль ярҙам, ысынлап та, мохтаж кешеләргә генә эләгергә тейеш тигән тәҡдим индерә.
Бынан хәҙер тағы бер һорау килеп тыуа. Кемде ысынлап та ярлы тип иҫәпләргә һуң? Эксперттар былайыраҡ уйлай:
Һиндә түбәндәге пункттарҙың береһе генә булһа, ҺИН ЯРЛЫ ТҮГЕЛ:
Һин ҡалала йәшәйһең:
1) хосусилаштырылған ике йәки унан да күберәк торлағың;
2) ғаилә ағзаһының береһенең шәхси йорт төҙөү өсөн ере;
3) ғаилә ағзаһының береһенең ике йылдан да артыҡ тотонолған машинаһы;
4) ике йәки унан күберәк автомобилең (нисә йыл тотонолған булһа ла);
5) теркәлгән йөҙә торған транспортың (моторлы кәмәнән тыш), мәҫәлән, гидроциклың.
Һин ауылда йәшәйһең:
1) ике йәки унан да күберәк һыйырың;
2) 20 һарығың (кәзәң);
3) 6 сусҡаң;
4) 40 ҡуяның;
5) 50 баш йорт ҡошоң;
6) 20 баш бал ҡортоң;
7) 1 баш атың.
Юҡ. Әлегә был закон түгел, әммә закон ҡабул иткән саҡта был докладтағы идеяларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай, ҡулланыуҙары бар.