Все новости
Социаль мөхит
16 Декабря 2016, 16:25

ПОЛИЦИЯҒА ХӘҘЕР РӘХӘТЕРӘК БУЛЫР

Аҙна башында үткән комиссияла район Советы секретары Әхәт Исламғоловтың ирекле халыҡ дружиналары...

ҙна башында үткән комиссияла район Советы секретары Әхәт Исламғоловтың ирекле халыҡ дружиналары (ДНД) хаҡында һөйләүен әҙерәк яҙып киткәйнек. Бөгөн был темаға әйләнеп ҡайтып, уларҙың эштәре, бурыстарына туҡталып үтмәксебеҙ.

Әхәт Әхтәм улының сығышынан күренеүенсә, бөгөнгө көндә һәр бер ауыл советында социаль-профилактик үҙәктәр, эскелек менән көрәш комиссиялары, ДНД-лар һәм башҡалар төҙөлгән. Граждандарҙың йәмәғәтселек тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыусыларға шарттар тыуҙырыу өсөн ағымдағы йылдың 2 июленән «Йәмәғәтселек тәртибен һаҡлауҙа граждандарҙың ҡатнашлығы» Федераль законы, ә 2015 йылдың 30 июнендә «Башҡортостан Республикаһында халыҡ дружинаһы тураһында» закондары үҙ көсөнә инде. Законға ярашлы, йәмәғәт тәртибен һаҡлаған саҡта, дружинниктың танытмаһы йәки айырым билдәһе булырға тейеш. Бик кәрәк саҡта ғына ул законға ярашлы физик көс ҡуллана ала. Ә бының өсөн ДНД-ны региональ реестрға ҡуйырға кәрәк.

Законды үтәү һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн районда 192 кешенән торған ирекле халыҡ дружинаһы төҙөлгән. Дөйөм йыйылышта уларҙың уставы, эш маҡсаттары, хоҡуҡтары һәм бурыстары билдәләнгән.

ДНД-ның төп бурысы булып граждандарҙың шәхси хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, хоҡуҡ боҙоу һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм туҡтатыу, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тәрбиә эштәре алып барыу. ДНД-ның төп эше — урамдарҙа патруллек итеү, профилактик рейдтарҙа, күмәк халыҡ булған сараларҙа ҡатнашыу (Һабантуйҙа быйыл дружинниктар әҙерәк эш күрһәткәндәр), бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар һәм имен булмаған ғаиләләрҙе шефлыҡҡа алыу.

Республика законы буйынса муниципаль районда 15 кешенән торған штаб төҙөлгән. Уның етәксеһе — Әхәт Исламғолов, урынбаҫары — Вячеслав Заварзин, секретары — Ирек Мөхәмәтшин, ә ҡалған 12-һе силсәүит башлыҡтары.

Әхәт Исламғолов: «ДНД бер ауыл советында ла эшләмәй. Ермолаево, Мораптал силсәүиттәрендә дружинниктарға материаль яҡтан әҙерәк дәртләндереү саралары ла булдырырға маташып ҡаранылар ҙа уныһын да туҡтаттылар. Хәҙер улар һирәк-һаяҡ мәҙәни сараларҙа ғына күренеп ҡала», - тине. Алдағы һандарҙа яҙып үткәнемсә, Бахмут силсәүите башлығы Нурия Шәрипова: «Беҙҙә дружинниктар эшләй. Бер сара ла уларһыҙ үтмәй», - тине.

Шулай итеп, ҡайһы бер ауыл советтарында улар, ысынлап та эшләй, тик эштәре документаль рәүештә күрһәтелеп кенә бармай булып сыға.

Яңы йыл байрамдары яҡынлашыуы, шуға күрә дружинниктар эшен тергеҙергә, уның өсөн төрлө ойошма, учреждениелар етәкселәрен йәлеп итеү кәрәклеген дә әйтте Әхәт Әхтәм улы. Шулай уҡ материаль яҡтан дәртләндереү сараһын булдырмайынса, был эште яйға һалып булмаясағы, уларға отпускыға өҫтәмә көндәр ҡушыу, өҫтәмә ял, аҡсалата ярҙам итеү сараларын да уйларға кәңәш ителде. «Уҡыусыларҙың ата-әсәләрен, педагогик коллективты йәлеп иткәндә яҡшы булыр ине. Йыл аҙағына хәтлем танытма бирергә тырышасаҡбыҙ, ә уның өсөн беҙгә дружинниктарҙың иҫәбен белеү кәрәк», - тине ул һәм Ермолаево силсәүитенә — 20, Мораптал менән яҡшымбәттәргә — 15, башҡа силсәүиттәргә 10-ға тиклем кеше һайлап ҡуйып, ДНД-ны әүҙемләштерергә, тигән тәҡдимен индерҙе.

Ҡалала ДНД-лар һәр ваҡыт даими эшләп килә. Күмертауҙа әлеге көндә ДНД-ның 4 пункты эшләй. Һәр көн һайын бында төрлө ойошма, предприятие, учреждениеларҙан йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр килеп, участковыйҙар менән бергә имен булмаған ғаиләләргә рейдҡа сығалар. Бының өсөн дружинниктарға эш урындарынан отпускыға өҫтәмә ял көнө бирелә.

Шулай итеп ДНД әүҙемләшә башлаһа, полицияға ла хәҙер эшләүе рәхәтерәк булыр.


Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы:

− Ауылда үткәрелгән сараларҙа беҙҙең әүҙем яҡташтар һәр ваҡыт тәртип һағында тора. Әле исемлекте яңырттыҡ, байрам көндәренә график төҙөнөк. Шәмбе, йәкшәмбелә кис көндәре уҡытыусылар ҙа ауыл буйлап йөрөп сыға. Дружинниктарыбыҙ урамдарҙа тәртип булдырыу эшен башҡарасаҡ. Берәй хәл була ҡалһа, участковыйҙарҙы саҡырталар. Участковыйыбыҙ булмаған саҡта бигерәк ҡыйын ине. Хәҙер участковыйлы булдыҡ, бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Участковый килеп, ауыл буйлап бер тапҡыр үтһә лә, файҙа. Кешеләр үҙҙәрен тәртиплерәк тота башлай. Хөкүмәт халыҡ дружинаһын тергеҙергә тигән закон булдырҙы. Хәҙер беҙҙә лә уларҙың эше әүҙемләшер. Абруйлы, дәрәжәле, ғаиләһендә лә тәртип булған кешеләр араһынан дружинниктар һайланыҡ. Уларҙың командиры — һәр бер сарала тәртип һағында тороусы ауылдашыбыҙ, Чернобылдә хеҙмәт иткән Рафиҡ Бикмаев.

Адвокат Алексей Михальчик: «Кризис енәйәтселеккә этәрә. Быны профилактикалау саралары һәйбәт булыр ине. Мәҫәлән АҠШ-та төрмәнән сыҡҡандарға дәүләт оло ярҙам күрһәтә, эш урындары булдырыла, улар менән психологтар эшләй. Ә беҙҙә яңы енәйәт эшләмәһен тип күҙәтеүҙән башҡа бер нәмә лә эшләнелмәй» - ти. Ә отставкалағы судья Сергей Пашин: «Көнбайышта күршеләр күҙәтеүе программаһы эшләй, хоҡуҡ боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға ирешә алған төрлө йәмәғәт хәрәкәттәре (мәҫәлән машинаны дөрөҫ ҡуйыуҙы тикшереүселәр). Советтар Союзы ваҡытында халыҡ дружинаһы, комсомол отрядтары рейд менән сыға, һәр бер судья йылына 2 тапҡыр халыҡ менән осрашып, яңы закондар, тәртип, яуаплылыҡ хаҡында әңгәмә үткәрә ине.


Әлфиә ХАНБӘКОВА, Шәбағыш ауыл совет хакимиәте башлығы:

− Устав буйынса 10 кеше ДНД-ға теркәлгән. Тиҙҙән танытма менән значок та алып ебәрһәк, тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башларбыҙ. Етәксе итеп Алик Ишморатовты һайланыҡ. Йыйылыштарҙа уларҙың эшен һәр ваҡыт тикшереп торабыҙ, йәштәрҙе лә был эшкә йәлеп итергә тырышабыҙ. Дружинниктарыбыҙҙың эш урындарына ял көндәре менән тәьмин итеүҙәрен һорап хаттар яҙҙыҡ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең яҡтан да уларға берәй дәртләндереү сараһы уйлаясаҡбыҙ. Һәр эште лә еренә еткереп башҡарыр өсөн стимул кәрәк бит. Шуны ла оноторға ярамай.

Ольга ЗАБИРОВА, Социаль-пофилактик үҙәге инспекторы, Күмертау ҡалаһы:

- Беҙгә көн дә ҡаланың ойошма, учреждение предприятиеларынан хеҙмәткәрҙәр килә. Улар һәм патруль-пост хеҙмәткәрҙәре менән бергә вокзал, шәхси йорттар урынлашҡан урамдар буйлап патруллек итәбеҙ. Иҫәптә торған ғаиләләргә лә кереп сығабыҙ. Ай һайын имен булмаған ғаиләләрҙе саҡыртып, профилактика советы үткәрәбеҙ. Уларға саҡырыу ҡағыҙы таратҡанда ла, дружинниктарҙың ярҙамы кәрәк булып сыға. Үҙегеҙ беләһегеҙ, имен булмаған ғаиләләрҙә нимә генә күрергә тура килмәй. Уларға яңғыҙ барыу үҙе үк хәүефле.



ХАЛЫҠ ЙӘШӘГӘН УРЫНДА

Көн һайын ҡалабыҙ урамдарына ҡулдарына повязка таҡҡан кешеләр сыға. Халыҡ дружинасыларға ихтирам менән ҡарай. Ҡалабыҙҙың алдынғы эшсәндәре эскесе, хоҡуҡ боҙоусыларҙа ҡурҡыу барлыҡҡа килтерә. Ирекле тәртип һаҡлаусылар торлаҡ, кварталдарҙың тыныслығын һаҡлай. Уларҙың эш һөҙөмтәләре күренә – йәмәғәт тәртибен боҙоусылар кәмене. Халыҡ дружиналары һәм милиция работниктары йәмһеҙ күренештәргә ҡаршы планлы, үҙ-ара килешеп, үҙҙәренә беркетелгән территориялағы хәлдәрҙең торошо хаҡында информация биреп эшләй. Ҡала Советы башҡарма комитеты ҡалабыҙҙың күпселек предприятиелары һәм ойошмаларында булдырылған халыҡ дружиналарының эшенә иғтибарлы ҡарай. Был иһә мораль хоҡуҡ нормаларын боҙоуҙарҙы уңышлы профилактикалауға булышлыҡ итә. Ҡалала милиция наряды менән бергә дежурлыҡ һәм патруллек итеү постары, маршруттары билдәләнде.

1-се, 3-сө, 4-се тәртип һаҡлау йәмәғәт пункттары территорияларында дружиналарҙың профилактик эшен яҡшы ойоштороу арҡаһында, 1986 йылдың беренсе кварталында етди енәйәт һәм тәртип боҙоуҙар булманы.

Махсуслаштырылған халыҡ дружиналары ярҙамында иҫәптә тороусы тәртип боҙоусыларға даими контроль яһала.

Әммә практикала иҫбатланыуынса, ҡайһы бер граждандар тәртип боҙоусыларға ҡаршы актив көрәшмәй. Ҡайһы бер дружина ағзалары үҙ бурыстарын формаль үтәй һәм тәртип боҙоусылар эргәһенән ғәмһеҙ үтә, дежурлыҡты өҙә, был иһә микрорайондағы хәлгә кире йоғонто яһай. Әммә шуныһы ҡыуаныслы: йәмһеҙ факттар кәмегәндән-кәмей бара.

Наил ҒАБДУЛЛИН, өлкән участка инспекторы «Ильич юлы», 1986 йыл, 20 май


Редакциянан: Мәҡәлә ҡыҫҡартып һәм стилистикаһы һаҡланған килеш баҫыла.
Читайте нас: