Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар буйынса комиссияһы хеҙмәткәрҙәре район буйлап имен булмаған ғаиләләрҙәге балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйған.
Мир буйлап сүпләп тиерлек йыйылған әйберҙәр араһында дәфтәр, сумка, ҡәләм һымаҡ нәмәләр бар. Башлыса уҡытыусылар, балалар баҡсаһында хеҙмәт иткәндәр көс түккән, мәрхәмәтлеләр араһында бер генә эшҡыуар юҡ — аҡсалары юҡтыр меҫкен балаларға бирергә. Ярҙам итеүселәр араһында дүрт шәхси кеше бар. Уларҙың кемеһе - 300, кемеһе 500 һум һалған. Бына замана — тинләп-бөртөкләп бар донъянан сабыйҙар өсөн әйбер теләнселәйбеҙ. Район мәғариф бүлеге начальнигы менән һөйләшкәндә, ул беҙгә ата-әсәләрҙе иң борсоғаны аҡса юҡлыҡ тигәйне. Ә беҙҙән хөкүмәт бала тап, тип таптыра һаман.
Кисә шулай уҡ ҡаланың «Күмертау» сауҙа үҙәгендә лә ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләрҙә үҫкән 1-се класҡа барыусы балаларға байрам ойошторолдо. Улар өсөн аниматорҙар төрлө уйындар әҙерләгән. Сара һуңында балаларҙы тәмле сәй менән һыйлап, буласаҡ уҡыусыларға канцеляр тауарҙар менән тулы рюкзактар бүләк иттеләр. «Быйыл 60-ҡа яҡын ғаиләгә, шул иҫәптән 100-ләгән уҡыусы балаға мәктәпкә йыйынырға ярҙам иттек. Былтыр был һан аҙыраҡ булғайны. Үткән йылды бүләк йыйыу өсөн ҡаланың 33 эшҡыуары ярҙам итһә, быйыл беҙгә 39 кеше үҙ ярҙамын тәҡдим итте. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡалала күп, әлбиттә. Беҙ уларҙың һәр береһенә ярҙам итә алмайбыҙ, ҡыҙғанысҡа. Беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән һәр бер ғаиләнең ауыр хәлен иҫәпкә алып эш итәбеҙ», - ти ҡаланың ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам итеү бүлеге мөдире Алена Евченко.