Все новости
Социаль мөхит
31 Августа 2017, 16:19

АҠЫЛ АЛМАЙБЫҘ

Селфи тигән нәмәҫтәкәй беҙҙең тормошҡа шул тиклем үтеп инде, әҙәм балаһы шуның менән ныҡлап ауырый башланы.

Селфи тигән нәмәҫтәкәй беҙҙең тормошҡа шул тиклем үтеп инде, әҙәм балаһы шуның менән ныҡлап ауырый башланы.
Селфиға төшкән фотоны ҡайҙа ғына яһамайҙар - урманда, йортта, поезда, самолетта, ашағанда, ятҡанда, ә фантазияһы ныҡ байҙар бәҙрәфтә төшөргә лә тартынмай. Премьерыбыҙ Медведев та бик әүәҫ селфи яһарға. Әллә шунан күреп (власть беҙҙә һәр саҡ өлгө) Шәбағыш ауылынан ике егет көтөү көтөп йөрөгәндә, ҡустыһының (21 йәш), тәбиғәт хозурлығына түҙмәйме, селфи яһағыһы килеп китә. Егетебеҙ, күп уйлап тормай, янындағы юғары вольт үткән сымлы бағанаға менеп китә. Ерҙән 13 метр самаһы менгәс, телефонын уңайлы итеп тотоп фотоға төшмәксе була, баһалаһындар, күрһендәр кемдең кем икәнен, йәнәһе. Бәлки, йөҙәрләгән лайк йыйыр был фото. Тик егет фотоға төшөп өлгөрмәй - уны ток һуға. Ергә ҡолап төшкән селфи яратыусыға абзыһы тәүге ярҙамды күрһәтә, тиҙ ярҙам саҡырта. Ҡабырғаһы, умыртҡа һөйәге һынған тиҙәр 21 йәшлек кенә булған егеттең (Имен-аман ғына шәбәйеп сығырға яҙһын уға). Күпме яҙыла тегендә йәки бында селфи арҡаһында һәләкәткә осрағандар хаҡында, юҡ, беҙ һаман аҡыл алмайбыҙ. Лайк йыяһы урынға аҙаҡ һөйәктәрҙе йыйырға тура килмәгәйе.
Читайте нас: