Үткән йома көндө район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов тантаналы шарттарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырыҙы. Торлаҡлы булыу бәхетенә Анна Волкова, Зинаида Прокопьева, Нәйлә Байназарова һәм Артур Ҡобағошов эйә булды.
Быйыл районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға торлаҡ алыуға 9146677 һум 54 тин аҡса бүленгән, шуның 1980255 һум 69 тине Рәсәй Федерацияһы бюджетынан һәм 7166421 һум 85 тине республика бюджетынан.
-Һис шикһеҙ, төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусылар бөтәһе лә айырым иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алынырға тейеш. Хәҙер һеҙҙең үҙаллы тормошоғоҙҙа яңы этап башлана. Үҙ йортоң булыу – ул киләсәктә бәхетле тормош төҙөү өсөн ныҡлы нигеҙ. Һеҙ үҙ хыялдарығыҙҙы һәм пландарығыҙҙы ҡыйыу тормошҡа ашыра алаһығыҙ, киләсәктә барыһы ла яҡшы буласағына ышанам, - тине район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы.